Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2018, 02:00

Һыйыр һаумаһаң да эш етерлек

Райондың уңышлы эшҡыуарҙарының береһе Геннадий Лейтерҙың Петровск ауылындағы малсылыҡ фермаһында мең башҡа яҡын һыйыр бар, йылҡы – 350 баш.

...Фермаға тирмәндән бер арба фураж килде. Тауҙай итеп тейәлгән йөктө “МТЗ-82” тракторы аҙыҡ һаҡлағысҡа ҡара төтөндәр сығарып, арты менән саҡ этеп индерҙе. “Бер ай ашатырлыҡтыр инде” – үҙемсә шулай иҫәпләп, күҙалланым был байлыҡты күреп. Тик “Бөгөнгә фураж булды”, тип мал комплексы идарасыһы Александр Лейманов фараздарымды тарҡатып та ҡуйҙы.


Райондың уңышлы эшҡыуарҙарының береһе Геннадий Лейтерҙың Петровск ауылындағы малсылыҡ фермаһында мең башҡа яҡын һыйыр бар, йылҡы – 350 баш. Ысынлап та, был тиклем малға бер йөк он “йоҡмай” ҙа ҡалалыр. Өҫтәүенә, башлыса һимертеү өсөн тотҡан үгеҙҙәр бит, ҡайһы һарайҙа – 200 баш, ҡайһыларында унан да күберәк.


- Бында һауын һыйырҙары юҡ. Малдар һимертер өсөн аҫрала, - тип таныштыра хужалыҡ менән Геннадий Григорьевич. – Йылҡы ла ҡаҙылыҡ һәм иткә тотонола.


Шулай ҙа хужаның иң ҙур ғорурлығы – сабыш аттары, район-ара ярыштарҙан урынһыҙ ҡайтмайҙар бит! Һыйыр һауылмай, әммә был эштең самалы икәнлеген аңлатмай әле. Бер баш аҫрап та күпме мәшәҡәт ята ер кешеһе иңендә, ә бында мең тапҡырға күберәк! Бесән һалырға, фураж өҫтәргә, сенаж таратырға, аҫтын таҙартырға... Ғөмүмән, эшләгән кешегә эш етерлек. Нисек кенә булмаһын, “һайт-һайтлап” әле был яҡҡа мал ҡыуып киткән, әле теге яҡҡа ат санаһына мал аҙығы тейәп уҙған егеттәр-ҡыҙҙар артынан күҙ эйәрмәй тиерлек.


...Бер мәлгә генә ошо ике тиҫтә самаһы кешеләрҙе эшһеҙ итеп күҙ алдына килтерәм. Бик аяныслы күренеш пәйҙә була. Шуға районда ошондай хужалыҡтар барлығына ҡыуанмау мөмкин түгел. Күпме эш урыны, хәл ителгән социаль мәсьәләләр, тыуған яҡтың тереклеге... Бындай комплекстарҙың артабан да дәүләт ярҙамынан ҡалмай үҫешеүҙәрен теләргә генә кәрәктер. Ә егеттәрҙең теләктәре бар эшләргә: малсылар мал ҡарай – үҙ мәшәҡәте, хужаға түшләтә ит һатып алыусы килгән, күмәртәләп заказ биреүсе шылтырата. Ғөмүмән, эшҡыуар Лейтерҙың Петровск фермаһында эштәр гөрләй!




Фото: автор.
Читайте нас: