30 ғинуарҙа Петровск ауылында торлаҡ йорт яна. Мейестән сыҡҡан ут йорттоң иҙәненә, йыһаздарға тоҡана һәм өйҙөң эсе зыян күрә. 4 февралдә ошо уҡ ауылда мунса мейесенең төҙөк булмауы арҡаһында тағы бер янғын теркәлә. Һөҙөмтәлә, мунсаның ҡыйығы һәм стеналары янып бөтә.