Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына бағышланған кисәгә мәктәп уҡыусылары, Урман-Бишҡаҙаҡ, Яр-Бишҡаҙаҡ, Ҡарайған ауылдарынан шиғыр һөйөүселәр йыйылды. Сарала шағирҙың тормош юлы, ижады яҡтыртылды. Төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары уҡылды, йырҙары йырланды.