Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2018, 02:00

Тормошҡа зарланмайҙар

Матур итеп донъя көткән ғаиләләр менән күрешеп аралашыу күңелгә рухи көс, дәрт өҫтәй.

Матур итеп донъя көткән ғаиләләр менән күрешеп аралашыу күңелгә рухи көс, дәрт өҫтәй. Күптән түгел Йәнырыҫ ауылында йәшәүсе Зоя менән Ринат Биргулиевтар менән танышыу районыбыҙҙың ҡото, нигеҙе тап ошондай берҙәм, егәрле ғаиләләрҙә булыуына тағы ла бер ҡат инандырҙы.
Зәңгәр күҙле ҡыҙға тәү ҡараштан ғашиҡ була
Беҙ барғанда Ринат Сабирйән улы эштән ҡайтып өлгөрмәгәйне. Шуға әңгәмәбеҙ Зоя Фәнүр ҡыҙы менән башланып китте. Һөйләшеүгә асыҡ, ихлас хужабикә сығышы менән Әлшәй яҡтарынан булып сыҡты. Яҙмыш уға бик иртә һынауҙар ҡуя. Дүрт ҡыҙ үҫкән ғаиләлә ата-әсәйҙәре бер-бер артлы ғына 40 йәштәр самаһында донъя ҡуя. Ул ваҡытта Зоя 17 йәштә була. Тормош балаларҙы иртә үҙаллылыҡҡа өйрәтә, шул уҡ ваҡытта туғандар араһындағы бәйләнеште, бер-береңә ярҙам итеү тойғоларын нығыта. Һәм был хистәр ғүмер буйы һүрелмәй. “Туғандарым миңә әле лә һыу менән һауа кеүек кәрәк”, – ти Зоя апай.
Ата-әсәһен юғалтып терәк-таяныстан яҙһа ла, яҙмыш уға ир, бала бәхетен өйөп бирә. Стәрлетамаҡта эшләп йөрөгән сағында тап итә ул икенсе яртыһын. Бер-береһен осратҡан көндө улар әле лә көлә-көлә хәтергә ала. Һүҙгә эштән ҡайтып ингән Ринат ағай ҙа ҡушылды:
- Армиянан ҡайтҡан ваҡыт. Стәрлелә класташтар, дуҫтар байтаҡ ҡына. Машина менән ауылға ҡайтырға йөрөгәндә магазинда эшләүсе класташым Зөһрәне осратып, ҡайтмайһығыҙмы, тип һораштым. Ул “Зоя әхирәтемде лә алып ҡайтайыҡ” тип тәҡдим итте һәм уның ҡайһы магазинда ниндәй бүлектә эшләгәнен өйрәтеп ебәрҙе. Быға тиклем Зояны күргәнем юҡ ине. Ҡабаланып икенсе бер магазинға барып ингәнмен. Балыҡ бүлегенә килһәм, унда тулы кәүҙәле оло бер апай балыҡ һатып тора. Боролоп сығып киттем инде. Аҙаҡ кис ауылға алып ҡайтырға тип, Зөһрәләргә килһәм, ишекте зәп-зәңгәр күҙле, сибәр бер ҡыҙ асты. Зояны шунда уҡ оҡшаттым. Бер йылға яҡын дуҫлашып йөрөнөк тә өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ, - ти Ринат Сабирйән улы.
Күңелде ауыл тормошо арбай
Йәш ғаилә тәүҙә Стәрлетамаҡта йәшәй. Бер йәш арауыҡ менән бер-бер артлы ике балалары донъяға килә.
- Улыбыҙ Илдар тыуғанда, ҡыҙыбыҙ Рита тәпәй ҙә китмәгәйне әле. Ике һеңлем Стәрлелә ине. Улар балаларҙы ҡарашырға ныҡ ярҙам итте, - ти Зоя Фәнүр ҡыҙы.
1989 йылда Биргулиевтар Йәнырыҫҡа ҡайтырға ҡарар итә. Икеһе лә ауылда үҫкәс, ауыл тормошо уларҙың күңеленә яҡыныраҡ та була. Тәүҙә бәләкәс кенә бер йортта йәшәйҙәр. Күңел киң булһа, урын табыла, тигәндәй, туғандары-яҡындары был йорттан өҙөлмәй тиерлек. Ошонда Зоя апайҙың һеңлеһенә хатта туй ҙа үткәрәләр. Аҙаҡ йәш ғаилә йорт һатып алып иркен, яңы өйгә күсенә.
Зоя апай һатыусы ла, ашнаҡсы ла, йыйыштырыусы ла булып эшләй. Ниндәй эшкә тотонһа ла һәр береһен күңел һалып намыҫ менән үтәй. Һуңғы йылдарҙа тулыһынса йорт мәшәҡәттәренә күмелгән. Шул уҡ ваҡытта бер нисә йыл рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайланған. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараларында әүҙем ҡатнашып, миҙал менән дә бүләкләнгән. Ринат ағай иһә заманында водитель булып эшләгән. Әлеге көндә ауыл Советында ҡаҙанлыҡта өлкән оператор. Бәләкәйҙән эш эшләп үҫкәс, мал-тыуарһыҙ тормай Биргулиевтар. Бигерәк тә йылҡы малдарын күңел һалып ҡарайҙар.
- Ринат та атлы йортта үҫкән, минең дә атайым ветеринар табип ине, һәр ваҡыт атыбыҙ булды. Мин атта һыбай йөрөргә яраттым. Шуға ауылға ҡайтып төпләнеү менән ат һатып алдыҡ. Шунан бирле унан өҙөлгән юҡ, - ти Зоя апай. – Йылҡы малы ул үҙенә бер төрлө бит. Ат булғанда аҙбарға йәм инеп китә. Ҡолоно йүгереп ҡулға килә. Шуларҙы нисек яратмайһың инде, - тип һүҙгә ҡушыла Ринат ағай.
Әлеге көндә Биргулиевтарҙың ете баш йылҡы малы, биш баш һыйыры, биш танаһы бар, бынан тыш һарыҡтары ла байтаҡ.
“Ул тиклем малды нисек ҡарап өлгөрәһегеҙ?” - тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
- Мал ҡарауҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ бит ул. Мәҫәлән, иртәнсәк, мин һоло, фураж биргәнсе, Ринат аҫтарын таҙарта, бесән һала. Төш мәлендә лә эште бүлешеп башҡарабыҙ. Ринат үҙе эшләргә тырышһа ла, мин сыҡмай ҡалмайым. Мал ҡарауҙан үҙем кинәнес табам, - ти Зоя Фәнүр ҡыҙы.
Бер ҡыйынлығы ла юҡ, тиһәләр ҙә, мал аҫрау өсөн елкәңдең ҡалын булыуы кәрәк. Көтөп кенә ултырһаң, мал да ишәймәй, аҡса ла үҙенән-үҙе килмәй. Мал аҫрап йүнсел ғаилә лизингыға трактор, башҡа кәрәк-яраҡтар алып ебәргән. Уның хаҡын да мал ярҙамында түләп бөтөп баралар. Техника булғас элекке һымаҡ ҡул көсө менән бесән әҙерләргә лә кәрәкмәй. Йүнсел хужа трактор ярҙамында бесәнде үҙе саба, үҙе йыя, килтереп өйөп тә ҡуя. Бесәнлек майҙандары ла арыу, арендаға 50 гектар ер алғандар.
Ринат ағайҙың тағы ла шөғөлө бар – ул умартасылыҡ. Бер генә умартанан башлана ҡыҙыҡһыныу.
- Атайымдың дуҫы “Урының яҡшы, умарта тот” тип кәңәш иткәндән һуң, ошо эшкә керештем. Ғүмер буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнһәң дә уның нескәлектәрен белеп бөтөп булмай. Иң мөһиме һәр нәмәне үҙ ваҡытында башҡарырға кәрәк, - ти хужа.

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 9-сы һанында (2.02.2018) уҡығыҙ.

Фото: автор.
Читайте нас: