2 февраль – Совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын Сталинград алышында ҡыйратҡан көн. Быйыл был тарихи ваҡиғаға 75 йыл тула. Ошо уңайҙан Этҡол моделле ауыл китапханаһында “Сталинград – 200 ҡаһарманлыҡ көнө” тип аталған батырлыҡ сәғәте уҙҙы.
Сарала ҡатнашыусыларға китапханасы Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград ҡалаһы өсөн барған һуғыштың иң ҙур, күп ҡан ҡойолған алыш икәнлеген һөйләп үтте. Был әфәттең ни рәүешле ҡурҡыныс булғанлығын күҙ алдына килтереү өсөн “Сталинград һуғышы. Бөйөк Ватан һуғышы 1941-1945” видеороликтары күрһәтелде. Алышта Этҡол ауылынан да ҡатнашыусылар була. Улар тураһындағы мәғлүмәт менән Башҡорт кадет корпусының география уҡытыусыһы, эҙәрмән, ауылдашыбыҙ Юнир Ғарифуллин эшләгән презентация аша таныштыҡ. Сталинград һуғышында ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Усман Ғарифуллиндың иҫтәлектәре менән улы Рәсүл Ғарифуллин уртаҡлашты.
Сарабыҙҙың төп геройы, емерелгән Сталинградтың тере шаһиты Йәмилә инәй Рәхмәтуллинаның иҫтәлектәре һәр кемдең күңелен тулҡынландырмай ҡалмағандыр. 16 йәш тә тулып өлгөрмәгән ҡыҙға, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған халыҡ менән бергә, ҡаланы емереклектәрҙән тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Ул 1943 йылдың июнь айында ғазаптарҙан торған оло юлға сыға. “Ишембайҙа беҙҙе вагондарға ултырттылар. Һәр станцияла өҫтәлә барып, 300 кешегә еттек, юлда 22 көн үтте. Сталинградҡа яҡынлашҡан һайын донъяны ҡараңғылыҡ ҡаплай барған һымаҡ. Килеп етеп, вагондарҙан төшкәс, үҙебеҙҙе үлем усағында һымаҡ тойҙоҡ. Бөтә донъя ҡап-ҡара күмер, кеше ите еҫтәре аңҡый. Беҙҙе тик Павлов өйө генә ҡаршыланы.” – тип хәтерләй Йәмилә инәй. Уларға емереклектәрҙе таҙартырға, кеше һөйәктәрен йыйырға, тракторҙар заводында тимер эретеү эштәрендә ҡатнашырға тура килә. “Меңәрләгән үлек кәүҙәләрҙән тиф ауырыуы тарала. Ҡыҙҙар бер-бер артлы үлә башланы. Минең оҙон сәсемде ҡырып ташланылар, кешеләрҙән йәшенеп кенә ситкә китеп иланым. Концлагерь кешеләренә оҡшап киттек, яп-яланғас баш, ябыҡ кәүҙәләр. Кеше үлмәгәс үлмәй икән. Мин инде хәҙер ҡыйыуландым, руссаға ла өйрәндем”, - тип хәтер йомғағын һүтте Йәмилә инәй. Ул тиф ауырыуы эләктереп, 1945 йылдың апрелендә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Тормошҡа сығып, 6 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән 90 йәшлек хеҙмәт ветераны Йәмилә инәй Рәхмәтуллина әлеге көндә ауылыбыҙҙың иң хөрмәтле кешеләренең береһе.
Юнир Йосоп улы сараға Этҡол ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған ҡурайҙы ла алып килде. Ул бик мауыҡтырғыс итеп был ҡурайҙың тарихын һөйләне. Ауылдашыбыҙ, Сталинград һуғышында ҡатнашҡан Ғарифуллин Усман данлыҡлы ҡурайсы була. Һуғышҡа үҙенең ҡурайын алып китә. Икенсе ауылдашыбыҙ, һуғыш ветераны Әйүпов Байморат һуғыштан ҡайтҡас былай тип һөйләгән: “Һуғышта ҡорал етмәгән ваҡыт, Усман ҡурайын мылтыҡ итеп тотоп алыр ҙа, атакаға йүгерер ине”. Усман бабай үҙенең ҡурайын юғалтҡандыр инде, аптырап тормаған, бәреп төшөрөлгән фашист самолетының бер торбаһынан ҡурай эшләп алған. Усман олатай ошо еҙ ҡурай менән яу яландарын үтеп, 1944 йылда яраланып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 1945 йылдың 9 майында еңеү хәбәрен ишеткәс Ҡыҙҙар тауына менеп 4 сәғәт буйына ҡурай уйнап, Еңеү байрамына мәҙхиә яңғырата. Ә инде китапханабыҙҙың тоғро дуҫтары Әйүпова Файза “Сталинград һаҡсыһы” шиғырын һөйләп, Аҫылгәрәева Тәнзилә “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йырын башҡарып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр күҙ алдына баҫтырҙы.