Ишембай ҡалаһынан 55 йәшлек Светлана Ихсанова бер туғаны булыуын НТВ каналының «Көт мине» тапшырыуы эфирында ишетеп ҡала. Был хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә бер нисек тә ышана алмай.
«Тәүҙә ышанманым», — тине ул телеканал эфирында.
Балалар йортонда тәрбиәләнгән Светлана үҙенең ата-әсәһен иҫләмәй. Уның ҡарауы, ундағы тормошто, ас йөрөгәндәрен, кер йыйыу өсөн аш-һыу бүлмәһенән эҫе һыу урлағандарын яҡшы хәтерләй. Ҡыҙҙы тәрбиәгә алырға теләгәндәр булмай, үҙенең дә яңы ғаиләгә барғыһы килеп тормай. 18 йәшендә балалар йортонан сығып китә, эшкә урынлаша, ике тапҡыр кейәүгә сыға, ике никахтан ике ҡыҙы тыуа.
«Уларҙың сығарылышынан Светлана ғына балаларын етемдәр йортона тапшырманы», — тип һөйләне уның хаҡында балалар йортонан туғаны.
Һеңлеһе Гүзәл Светлананы бер нисә ай буйына эҙләй. Бары тик тыуған йылы, исеме һәм әсәһенең исеме генә билдәле була. Асыҡланыуынса, ҡатын, икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡас, тәүге никахтан тыуған өлкән ҡыҙын ҡалдыра. Ире, элекке енәйәтсе, уға йыш ҡына ҡул күтәрә һәм эшләгән аҡсаһын тартып ала. Бынан тыш, ғаилә 8 квадрат метр майҙанлыҡ яғылмаған подвалда йәшәй.
«Был хәл өҫтөндә эш оҙаҡ дауам итте, хаталаныуҙар күп булды», — тип һөйләне программаны алып барыусы Юлия Высоцкая. Ләкин Гүзәл бер нимәгә ҡарамайынса апаһын эҙләүен дауам итә. Экранда Гүзәлде күргәс, Светлана: «Бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ бит», — ти.
Был хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн «Көт мине» тапшырыуы ДНК-тест уҙғарҙы. Анализ һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Светлана менән Гүзәлдең туғанлыҡ ихтималлығы — 98,5%.
Фото: НТВ видеоһы скриншоты