Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2018, 02:00

Урамдар яҡтырып китер

Һайран ауылында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн объект һайлауға ҡағылышлы йыйылыш үтте. Унда Һайран, Арлар, Биксән, Бәләкәй Мәҡсүт, Яңы Әптек ауылдарынан барлығы 58 кеше ҡатнашты.

Һайран ауылында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн объект һайлауға ҡағылышлы йыйылыш үтте. Унда Һайран, Арлар, Биксән, Бәләкәй Мәҡсүт, Яңы Әптек ауылдарынан барлығы 58 кеше ҡатнашты.


Кәрәк саҡта бер-береһенә эш менән дә, кәңәш менән дә ярҙам итеү күренеше хас был төбәккә. Был йыйылышта ла ауыл биләмәһендә ниндәй мәсьәләләрҙең көнүҙәк булыуы уртаға һалып тикшерелде.


Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс һорауҙары буйынса беренсе урынбаҫары Мансур Ҡунаҡов, программаның төп маҡсаты урындағы үҙидара органдары мәсьәләләрен хәл итеүгә ауыл халҡын мөмкин тиклем күберәк ылыҡтырыу булыуын әйтеп китте.


Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ауыл биләмәләренә ҙур ярҙам. Ишембай районы унда 2016 йылдан алып ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһында 6-7 төбәк Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы менән шөғөлләнә. Беҙҙең республикала ул тәүҙә Урал аръяғы райондарында һыналды, аҙаҡ республика кимәлендә эшләй башланы.


Граждандар йыйылышында Һайран һәм Арлар ауылдарының урам яҡтыртҡыстарын капиталь ремонтлау тураһында дөйөм ҡарар ҡабул ителде.


Шуны ла билдәләргә кәрәк, был ауылдарҙа йәшәүселәр Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының файҙаһын белә һәм киләсәктә лә уның уңышлы тормошҡа ашырылырына өмөт итә.
Читайте нас: