Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2018, 02:00

Ғүмәрҙә ғәрәсәт

Бер нисә көн рәттән республикала дауыл ҡотора. Был юлы ла ҡот осҡос ғәрәсәт районыбыҙ ауылдарын урап үтмәне. Тау яғынан иҫкән ел айырыуса Көҙән, Алмалы, бигерәк тә Ғүмәр ауылдарын аямай.

Бер нисә көн рәттән республикала дауыл ҡотора. Был юлы ла ҡот осҡос ғәрәсәт районыбыҙ ауылдарын урап үтмәне. Тау яғынан иҫкән ел айырыуса Көҙән, Алмалы, бигерәк тә Ғүмәр ауылдарын аямай.
Ел шул тиклем көслө була, хатта йорт, гараж, мунса һәм башҡа хужалыҡ төҙөлөштәре ҡыйыҡтарын алып бәрә. Күптәрҙең ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән кәбәндәре, һарай баштарына өйөлгән бесәндәре туҙҙырылып оса, кәртәләр йығылышып бөтә. Кеше ҡулы бөгә алмаҫлыҡ ҡалын ғына тимерҙәрҙе лә бөгөп кире ҡуллана алмаҫлыҡҡа әйләндерә хатта. Ҡыйыҡтарын алып бәреү генә түгел, хужалыҡ төҙөлөштәренең шлакоблоктарын да емерерлек көсө була уның. Ер өҫтөндәге быйылғы барлы-юҡлы ғына ҡарҙы осороп, киренән ҡара ергә ҡалдыра. Ҡазаның олоһона дусар булған Ғүмәр ауылының ҡарттары ла ауыл тарихында бындай хәлдең ҡасан да булһа булғанын иҫләмәй. Өс көн эсендәге мәхшәрҙә Ғүмәр ауылында зыян күрмәгән йорт юҡ тиерлек. Бик күптәренең йәшәгән йорттары һәм башҡа хужалыҡ ҡаралтылары страховкаланмаған да, шунлыҡтан ниндәйҙер компенсацияға өмөт итеүҙең дә мәғәнәһе юҡ. Үҙ донъяларын үҙҙәренең көсө менән генә тергеҙергә тура килерме икән хәҙер? Тәбиғәттең ни тиклем көслө икәнлеген фотоларҙан да күреп була. Ә ел-дауыл туҙҙырҙы ла бөттө түгел әле, эшен һаман дауам итеү өҫтөндә.



Читайте нас: