Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2018, 02:00

Ҡар булмаһа ла, сараһын таптыҡ

Йыл һайын Яңы йыл алдынан ауылдарҙы байрамса биҙәү буйынса конкурс уҙғарыу матур йолаға әүерелде.

Йыл һайын Яңы йыл алдынан ауылдарҙы байрамса биҙәү буйынса конкурс уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Быйылғы ҡыш ҡар күплеге менән ҡыуандырмаһа ла, конкурста ҡатнашыусылар байрам кәйефен тыуҙырырға тырышты.


Махсус комиссия ауылдар буйлап йөрөп иң уңышлы биҙәлештәрҙе асыҡланы. “Ауылды яңы йылға яң яҡшы биҙәү” номинацияһында 1-се урын бер кемгә лә бирелмәне, 2-се урынды Көҙән ауылы, 3-сө урынды Ҡолғона һәм Йәнырыҫ яуланы. Дәртләндереү призы Верхоторға эләкте.


“Бәләкәй ауылды яңы йылға иң яҡшы биҙәү” номинацияһында шулай уҡ 1-се урынға лайыҡлылар табылманы. 2-се урында – Алаҡай һәм 3-сө урында Яңы Һәйет ауылы.


“Шәхси ихатаны яңы йылға иң яҡшы биҙәү” номинацияһында 9 йорт ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, 1-се урынға Ҡарайған ауылынан Йәмил Ямалиев, 2-се урынға Байғужанан Рәилә Хөсниәрова ихатаһы, 3-сө урынға Яңы Һәйеттән Айрат Зәйнуллин ихатаһы эйә булды.


Дәртләндереү призы Маҡарҙан Әлфирә Сәғиҙуллинаға, ошо уҡ ауылдан Рима Латиповаға, Яңы Әптектән Резида Ғәлиәхмәтоваға, Яңы Һәйеттән Айгөл Кәримоваға бирелде.
Читайте нас: