Ишембайҙан Зәлиә һәм Баһодур Гуломовтар ғаиләһе өсөн яңы йыл бүләктең иң ҙуры менән килгән – ошо көндәрҙә уларҙың дүртенсе балалары тыуған.
- Ун биш йыл татыу ғүмер итәбеҙ. Ирем төҙөлөш эштәрендә тырыша, үҙем декрет ялына тиклем балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләнем. Өйҙә беҙҙе 15 йәшлек ҡыҙыбыҙ, тағы ике улыбыҙ көтә, ә бәләкәсебеҙгә Сумая тип исем ҡушасаҡбыҙ, - ти шатлығы йөҙөндә яҙылған Зәлиә. -Тәүҙәрәк туған-ырыу башҡа милләт кешеһенә кейәүгә сығыуыма ҡаршы булды. Баһодур үзбәк милләтенән, исеме беҙҙеңсә Баһадир була инде. Хәҙер бына дүрт балаға атай-әсәйбеҙ, тойғоларыбыҙ йылдар һынауын үтте, тиергә булалыр.
Өсөнсө балалары тыуғанда дәүләт ярҙамы булараҡ Гуломовтарға ер участкаһы бүленгән, уны һатып ебәреү яғын уйламай ишле ғаилә. Хыялдары - иркен, матур йорт төҙөү.
- Баланы дәүләт ярҙам итер тип тапмайһың бит, үҙеңә ышанырға кәрәк. Мосолмандарға ишле ғаиләләр хас, беҙ үҙебеҙ биш бала булдыҡ. Үҫкәс, бер-береһенә терәк булырҙар, һәр береһе үҙ урынында, береһе лә артыҡ түгел, - ти ғаилә башлығы.
Был һүҙҙәрҙән һуң ҡайһы бер башҡорт ир-егеттәренән бала үҫтерер заманмы ни тип зарланыуын ишетеү оят булып китә. Бирешмәйек әле, егеттәр!