Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2018, 02:00

Өр-яңы «КамАЗ»дар ҡайтты

Ошо көндәрҙә Ишембай юл-төҙөлөш-ремонт идаралығы – “Башкиравтодор” акционер йәмғиәте филиалына ике “КамАЗ-6511” машинаһын алып ҡайттылар.

Ошо көндәрҙә Ишембай юл-төҙөлөш-ремонт идаралығы – “Башкиравтодор” акционер йәмғиәте филиалына ике “КамАЗ-6511” машинаһын алып ҡайттылар.


Ул район юлдарын ҡышын - ҡарҙан таҙартыу, йәйгеһен үҙбушатҡыс булараҡ файҙаланыласаҡ. - Бер “КамАЗ”дың хаҡы ете миллион һум тирәһе тора. Ул үҙбушатҡыстан, йөк бортынан, һөргөстән һәм махсус ҡоролмаларҙы урынлаштырыу өсөн шассиҙан тора. Был техника саралары менән беҙҙе төп идаралыҡ “Башкиравтодор” йәмғиәте тәьмин итте. Әлеге көндә беҙҙең филиалда бөтәһе 12 техника берәмеге бар. Бер аҙнанан һуң тағы ла ошондай уҡ ике транспорт алып ҡайтыласаҡ, - тип һөйләне филиалдың баш инженеры Өлфәт Сабитов.
Өр-яңы, уңайлы транспортты алып ҡайтҡан, хәҙер үҙе ошо машинала эшләйәсәк водитель Фәрүәз Зәйнетдинов та шатлығы менән бүлеште.
- Яңы машина ышаныслы, юлһыҙ ерҙәрҙә бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ үтә алыуы, бушатыу, тейәү һәм башҡа эштәр башҡара алыуы менән айырылып тора. Салон эсе лә уңайлы һәм йылы. Бындай техникала дәртләнеп эшләргә генә ҡала, - ти ул.
Район юлдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән өр-яңы “КамАЗ- 6511” машиналары ауылдар араһын һис тотҡарлыҡһыҙ тоташтырыр, асыҡ тигеҙ юлдар менән тәьмин итер.

Фото: автор.
Читайте нас: