Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2018, 02:00

Мөхәббәт һәм татыулыҡта үҫһен балалар

Ишембай ЗАГС бүлеге йыл йомғаҡтарын барлай.

Ишембай ЗАГС бүлеге йыл йомғаҡтарын барлай. Тыуым буйынса һандар уҙған йыл файҙаһына түгел. 2016 йылда муниципаль районда бөтәһе 1051 сабый донъяға килгән булһа, 2017 йыл ғаиләләребеҙ тик 935 балаға ишәйгән – 498 малай һәм 437 ҡыҙ бала.
Быны белгестәр әлеге осорҙа фертиль, йәғни бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар һаны кәмеү менән дә аңлата. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә иғтибар арттырыу ҙа көнүҙәклеген юғалтмай. Бер нәмәгә ҡарамай, тормош ауырлыҡтарына һылтанмай ғаилә ишәйтеүҙән ҡурҡмағандар ҙа юҡ түгел арабыҙҙа. Был турала ошо һандар һөйләй: ҡала һәм районда 178 ғаиләлә өсөнсө бала тыуһа, 37 пар дүртенсегә атай-әсәй булған, ғаиләлә бишенсе һәм алтынсы - 18 бала. Ошо йылдарҙа никах ҡорған йәш ғаиләләрҙә беренсегә 328 сабый тыуған, иш яғына ҡуш, икенсе балалары тыуып Әсәлек капиталына эйә булғандар - 359. Уҙған Әтәс йылы игеҙәктәргә бай булған – бөтәһе 11 улар.
Уйланырға мәжбүр иткән тағы бер факт. 2017 йылда үҙҙәре лә әле балалыҡтан сыҡмаған 15 һәм 16 йәшлек ике ҡыҙ әсәй булған. Йәш төркөмдәре буйынса айырымлап ҡараһаҡ, иң күп бала табыу 21-30 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға тура килә – 553 сабый, 31-40 йәшлектәргә - 297. Бишенсе тиҫтәне ваҡлай башлағандар ҙа демография хәленә үҙ өлөшөн индерә – 41 йәштән өлкән 16 ҡатын-ҡыҙ уҙған йыл бәпесле булған. Тимур, Матвей, Егор, Арыҫлан, Рамазан, Милана, Елизавета, Виктория һәм София – был атай-әсәйҙәр сабыйҙарына иң йыш һайлаған исемдәр. Һирәк ҡушылғандарҙан Юныс, Сыңғыҙ, Хәсән, Яков, Юлианна, Ынйы, Йәсмин һәм Эмманы атарға мөмкин.
Шатлыҡлы күренеш тә күҙәтелә - ғаиләләр тарҡалыуы кәмегән, ә никахтарын законлы теркәүселәр, киреһенсә, артҡан. Был 2016 йыл һандары менән сағыштырғанда асыҡ күренә. 2017 йылда 524 пар ҡауышһа, унан алдағы йылда - 456. Айырылышыусылар – 326, 2016 йылда был күрһәткес 53 парға күберәк булған.
Тормошобоҙҙоң бер генә, әммә бик мөһим яғын аса был һандар. Кәмемәйек, артайыҡ, мөхәббәтле булып, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереп йәшәйек!

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас: