Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2018, 02:00

Башҡорт КВН-ын да онотмайыҡ

Йәштәр һарайын геү килтергән сараларҙан декабрь аҙағында үткән Ишембай Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының юниор лигаһы ярымфинал уйыны күңелле хәтирәләр ҡалдырҙы.

Йәштәр һарайын геү килтергән сараларҙан декабрь аҙағында үткән Ишембай Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының юниор лигаһы ярымфинал уйыны күңелле хәтирәләр ҡалдырҙы. Бөтәһе ун команда, әйтергә кәрәк, күбеһе мәктәп уҡыусылары, артистарса уйын, шәп юмор менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.
Билеттар һатыуға алдан сығарылып, уйын мәленә һатып та бөтөлә икән, тимәк, ошонан сығып та йәштәр күңеленә ятҡан нәмәләрҙе төҫмөрләргә, берҙәмлеккә, әүҙем булыуға дәртләндергән был йүнәлештә артабан тағын да уңышлыраҡ эшләү юлдарын уйларға була. Муниципаль районда КВН хәрәкәте йылдан-йыл әүҙемләшә, тәүҙәрәк уйындар 3-4 команда уйыны менән сикләнһә, хәҙер ауыл Советтары командалары, мәктәп уҡыусылары ла оҫтарҙы.
Йола буйынса “Сәләмләү” һәм “Триатлон”да ярыш бик тиҙ шәп шаяртыуҙар оҫталарын асыҡларға ярҙам итте. Мәҙәниәтле, матур итеп шаяртты йәштәр. Төп темалар, әлбиттә, Яңы йыл, Олимпиада булды. Футбол буйынса донъя чемпионаты хаҡында ла шаяртыуҙар йыш яңғыраны. Ә ҡалала кинозалдар юҡлығына бәйле күп ҡырлы әйтемдәр оҙаҡламай үҙенең көнүҙәклеген юғалтасаҡ, сөнки март айында улар бер нисә урында асылырға тора.
Жюриға һәр саҡтағыса иң ҡатмарлыһы тура килә. Мәрәйҙәр һаны буйынса был юлы ике команда алдынғылыҡҡа сыҡты – 2-се башҡорт гимназия-интернатының “Ҡымыҙ” командаһы һәм “25-се академия” Ишембай йыйылма командаһы беренсе урын яуланы. “Памагите” менән “Орео” уларҙан ҡала урындарҙы бүлеште. Шулай итеп, был дүрт команда ла финал уйынға үтте. Ә командаларҙың тағы ҡайһыныһын финалға үткәреү хаҡында һорау ул мәлгә асыҡ ҡалды.
- Быға тиклем командабыҙ, ул саҡта “Эх ма!” ине, 2010 йылда беренсе урынға сығыуға өлгәшкәйне. Аҙаҡ нисектер уңыш йылмаймай торҙо. “Төймәләр”, “Фантиктар”, “Һигеҙ бит”, “Ҡара алтын”... Иҫкә төшөрһәң, гимназияла һәр осор командаһы үҙенсәлекле, дәртле булған, - тип уртаҡлашты 2-се башҡорт гимназия-интернатында КВН хәрәкәтен етәкләүсе Нурия Моратова. – Ярымфиналға әҙерлектә Стәрлетамаҡ ҡалаһының төҙөлөш колледжы студенты Виктор Касьянов та ярҙам итте. Һәр команданың ошолай таяныр йәш остаздары булыуы ла бик яҡшы.
Башҡорт гимназияһы командаһына айырым иғтибар биреүем аңлашылалыр. Республикала Башҡорт КВН лигалары уйындарын юғары кимәлгә күтәреү өсөн тырышлыҡ һалынғанда, гимназия тормошонда ла ҙур әһәмиәткә эйә шаяндар хәрәкәте хаҡында әйтмәй булмай. Гимназия нигеҙендә Башҡорт ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты ҡанаты аҫтында нығынған уйынға өсөнсө йыл рәттән райондың башҡорт мәктәптәре командалары ла саҡырыла.
Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы уйыны ул йәштәрҙе дәртләндереүсе, туплаусы ҙур көс. Ә инде башҡорт КВН-ында ҡатнашыуҙы мин халҡың, туған телең, мәҙәниәтең менән “бер тулҡында” булыу күрһәткесе тип аңлайым. Балаларҙың бөтәһе лә сәхнәгә сығып, башҡортса рәхәтләнеп шаярта алмай. Телде икмәк-тоҙлоҡ ҡына белеү импровизацияларҙа, үҙеңде артистарса тотоуҙа аяҡ сала. Шуға күрә, башҡорт КВН-ында уйнарға теләйһең икән – телеңде өйрән! Быйыл апрель айында ауыл мәктәптәрен йәлеп итеп сираттағы уйынды үткәрергә ниәтләйбеҙ. Алдан уҡ хәбәр итәсәкбеҙ. Мәктәп, класс етәкселәре был сараға етдиерәк ҡараһын, әүҙемерәк булһын ине, - тигән теләктәрен дә әйтте Нурия Нәжип ҡыҙы.
Ә өмөттәр был йүнәлештә ҙур. Гимназияла башланғыс кластарҙан КВН менән “ауырыусылар” үҫеп килә. Зөһрә Кинйәбаева етәкләгән 3Б класы уҡыусылары сығышын ғына күрегеҙ! Шаярып-көлөп уҡыған баланың күңеле лә күтәренке, үҙенә лә ышаныслы булыусан.

Фото: автор.
Читайте нас: