Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2017, 02:00

Яңы йыл - мөғжизәле осор

Яңы йыл – мөғжизәле байрам, беҙ уны йыл буйына көтөп алабыҙ һәм Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу беҙгә мотлаҡ бәхет, шатлыҡтар, уңыштар килтерер, буләктәр бирер, тип көтәбеҙ.
Ҡарайған башланғыс мәктәбенең уҡыусылары ла ситтә ҡалманы, был байрамға дәррәү әҙерләнде. Үҙ ҡулдары менән класты ихлас биҙәне, һүрәтттәр төшөрҙө, Яңы йылға атай-әсәйҙәренә бүләктәр әҙерләне. Ошо көндәрҙә улар бергәләшеп Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус драма театрына барып, “Тылсымлы башмаҡтарым” һәм “Бесәй йорто” әкиәттәрен ҡарап, ҙур тәьҫораттар менән ҡайттылар. Театр - ул үҙе бер сихри ил, күңелгә дәрт, йәнгә дауа. Яңы йыл тамашаһы балаларҙың күңелдәренә хуш килде. Уҡыусылар шыршы эргәһендә музыкаль уйындарҙа ҡатнашты, әкиәт персонаждары менән осрашты.
Мәктәптә лә шыршы байрамы бик күңелле үтте. Яңы йыл иртәлегендә балалар йырҙар йырланы, матур-матур шиғырҙар һөйләне, дәртле бейеүҙәр бейене. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан күстәнәстәр алып ҡыуанды, байрамдан барыһы ла яҡшы кәйеф менән таралашты.
Читайте нас: