Ауыл уртаһында урынлашҡан күлдә балалар өсөн бына тигән һырғалаҡ, боронғоса ат тәгәрмәсенән карусель яһап ҡуйҙыҡ. Биҙәлгән шыршы эргәһенә Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, Яңы йылдың төп символы булған бәләкәй генә көсөк яһап ултырттыҡ. Клуб урамында "Яңы йылды көткәндә" исемле әкиәт ҡаласығын да эшләнек, яңы балалар майҙансығында үҫеп ултырған ҡарағай ағасын биҙәп ҡуйҙыҡ. Ә клуб эсендәге биҙәлгән шыршы 30 декабрҙә буласаҡ байрамда барыһын да көтә.