Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2017, 02:00

Эт йылына изге өмөт бағлайыҡ

2018 йыл - Һары Эт билдәһе аҫтында үтә.

2018 йыл - Һары Эт билдәһе аҫтында үтә. Эт – кешенең тоғро дуҫы, ярҙамсыһы. Шуға ла был йыл һәр ҡайһыбыҙҙа тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыр. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр көйләнер, тормоштағы ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар ҙа яйланыр. Эт йылы бер аҙ шау-шыулы ла булыр, ләкин бик күңелле, изге йыл көтөлә.


Табынға ни ҡуяйыҡ?


Эттәр аҙыҡҡа һайланып тормай. Яңы йыл табынын әҙерләгәндә иттең дә, балыҡтың да төрлөһө ярай. Ит-балыҡлы аҙыҡтар ғына түгел, татлы ризыҡтарҙың да күп булыуы мөһим. Эттәр тәмлекәстәр ярата. Шуға яңы йыл табынының өҫтәле һыйҙан һығылып торһон. Йәшелсә-емештә лә бер ниндәй сикләүҙәр юҡ. Күңелегеҙгә оҡшағанын табынға теҙегеҙ. Ҡунаҡ йыяһығыҙ икән, был ваҡытта салаттарығыҙҙың төрлө булыуына ла иғтибар итегеҙ.


Байрам өҫтәлегеҙҙе һарғылт-алтын төҫөндәге скатерть менән ябыу отошло. Йортоғоҙҙо, шыршы төптәрен йомшаҡ уйынсыҡтар - эттәр менән биҙәргә онотмағыҙ.


Нимә кейергә?


Түҙемле һәм аҡыллы эт йылында ҡысҡырып тормаған, тыныс төҫтәге кейемдәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Ҡыҙыл, зәңгәр төҫтәрҙе һайларға тырышмағыҙ. Туҡымалар ҙа тәбиғи булһын, бәрхәт, ебәк, йөнгә иғтибар итегеҙ, яһалмаларынан ҡасығыҙ. Шулай уҡ күлдәктәрегеҙҙә ниндәйҙер һүрәттәр булыуын эт оҡшатып бөтмәҫ, бер төҫтәге кейем һайлағыҙ. Сәсегеҙгә прическағыҙҙы кейемегеҙгә ҡарап эшләгеҙ. Үтә ҡабартып торған, артыҡ ҡупшы итеп өймәгеҙ. Биҙәнгәндә лә тынысыраҡ төҫтәрҙе һайлағыҙ.


Бүләк һайлағанда кәңәш


Яңы йыл яҡынлашыуға яҡындарығыҙға йүгереп йөрөп бүләк хәстәрләй башлайһығыҙ. Нимә бирһәң оҡшар, ҡайһыһы яҡшыраҡ? Бүләк һайлағанда башта мең төрлө уйҙар ҡайнай. Сылбырҙар, бесәй-йомшаҡ уйынсыҡтар бүләк итергә тырышмағыҙ. Ҡырҡыу еҫле парфюмерия ла алыу кәрәкмәҫ. Ә бына мендәрҙәр, япмалар, һауыт-һаба һәм башҡа йорт өсөн кәрәк булған әйберҙәрҙе бүләк итә алаһығыҙ. Шулай уҡ биҙәүестәр, фоторамкалар, спорт, поход өсөн кәрәк-яраҡтар, йомшаҡ уйынсыҡ – эттәр менән дә яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөргә мөмкин. Бүләк биреү ул яҡын кешеңә иғтибар һәм хөрмәт билдәһе лә бит.


Яңы йыл төнөндә юрауҙар


Яңы йыл шыршыһын биҙәүҙең үҙенең серҙәре бар. Шыршыға түңәрәк шар уйынсыҡтар элергә тырышығыҙ. Сөнки улар тыныс тормошто сағылдыра. Шыршы башына йондоҙсоҡ ҡуйығыҙ, биҙәгәндә уны беренсе элегеҙ, ҡабат йыйған саҡта аҙаҡҡы итеп алығыҙ. Әгәр шыршы биҙәгән ваҡытта яңылыш уйынсыҡты ватһағыҙ, һис тә көйөнмәгеҙ. Бының бер ҙә зыяны булмаҫ. Ватыҡтарҙы ташлаған саҡта матур ғына бер теләк әйтегеҙ. Шыршының һаҡлау көсө ҙур булыуына иғтибар итегеҙ. Шыршы торған урында оҙаҡ ваҡыт ыңғай көс һаҡланасаҡ.


Яңы йыл ышаныуҙары буйынса байрам өҫтәлендә һый мул булырға тейеш. Шулай ҙа икмәк менән тоҙға урынды түрҙән бирегеҙ. Сөнки улар ғаилә именлеген һаҡлаусы билдәләр булып тора. Әгәр ҙә һеҙ туғандарығыҙҙа йәки дуҫтарығыҙҙа Яңы йыл ҡаршыларға ниәтләһәгеҙ, өйөгөҙҙә һыуытҡысығыҙ буш ҡалмаһын. Аҙыҡ-түлек алып ҡуйып китегеҙ. Яңы йылда ризыҡ хәстәрләү уйы һеҙҙе борсомаҫ.



Фото: pixabay.com
Читайте нас: