Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2017, 02:00

Яугир уҡытыусыны иҫкә алдыҡ

Маҡар ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған Абдуллин Абдулла Сәйфулла улының тыуына 90 йыл айҡанлы хәтер кисәһе үтте.

Маҡар ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлаған Абдуллин Абдулла Сәйфулла улының тыуына 90 йыл айҡанлы хәтер кисәһе үтте.


Сара ысындан да йәштәргә илһөйәрлек өлгөһөн, ереңә, халҡыңа хеҙмәт итеүҙе, һәммәбеҙгә ғаилә көсөн, тәрбиәһен аңларға ярҙам иткән ваҡиға булып иҫтә ҡалды. Атай-әсәй көҙгөһө - балалар. Саҡ ҡына алға йүгереп, шуны әйтке килә: Абдулла Абдуллиндың ғаиләһе, ул-ҡыҙҙары сараны ауылдаштары алдында изге бурыс итеп күреп, уны рухлы, тәрән мәғәнәле итеп атҡарып сыҡты. Әлбиттә, мәҙәниәт йорто, китапхана, ауыл музейы, мәктәп берҙәмлеге һөҙөмтәһен дә күреп булды.


Абдулла Абдуллин 1927 йылғы. 1944 йылда, 17-һе саҡ тулған егет хәрби хеҙмәткә юллана. Тәүҙә Дәүләкән, унан һуң Орск, Ырымбур хәрби-һауа училищеларында ҡыҫҡа курстарҙа белем ала. Беренсе һынауын егет Япон милитаристарына ҡаршы һуғышта хәрби-һауа көстәре составында үтә. Унан инде Алыҫ Көнсығыш фронты. Бында ул 5-се авиация полкының 1-се эскадрилья составында Ҡытай һәм Төньяҡ Кореяны азат итеүҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугирға СССР Юғары командованиеһы, Генералиссимус И.В. Сталин исеменән Рәхмәт белдерелә. 1950-1953 йылдарҙа Корея һуғышында ҡатнашыу осоронда Совет дәүләте Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығыш райондарына иң көслө авиадивизияларын, иң әҙерлекле уҡсы-радистарҙы ебәрә. Улар Ҡытай һәм Төньяҡ Корея территорияһын бер туҡтауһыҙ бомбаға тотоусы Америка авиацияһын тар-мар итергә тейеш була. Яугир Абдуллин билдәле летчик-истребитель, өс тапҡыр Советтар Союзы геройы И.Н. Кожедуб командованиеһында һуғышта ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Корея хөкүмәтенең Рәхмәт хаты тапшырыла. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены,”Японияны еңгән өсөн”, “Ҡытай-Совет дуҫлығы”, Жуков миҙалы менән наградлана өлкән сержант Абдуллин. 1952 йылдың аҙағында ғына демобилизацияланып, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта яугир.


- Һалдаттар ресурсының аҡтыҡ запасы – малай көйө һуғышҡа һуңғы саҡырылышта киткән 1927 йылғылар хаҡында заманында район ветерандар советын етәкләгән Ә. Зөлҡәрнәев яҙғайны. Был ваҡиғаларҙы тулҡынланмайса, тыныс ҡына һөйләй алманы атай. Бер ваҡытта ла “мин герой”, һуғышта ҡатнаштым тип күкрәк ҡағып йөрөмәне, - тип иҫкә алды улы Замир. - Олатайҙан аманат булған ҡурайҙы, йыр-моңға һәләтте атайым беҙгә еткерә алды. Ейәндәренең дә белемгә, мәҙәниәткә ынтылышын күреп өлгөрҙө.


Абдулла ағай айырыуса бер оҫталыҡ менән башҡарған “Райхан” йырын улы йырлап ишеттереүе уны бөгөнгөләй күҙ алдына баҫтырҙы.


Һуғыштан һуң Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын ситтән тороп тамамлау менән уҡытыусылыҡ эшенә тотона Абдулла Сәйфулла улы. Һәр ваҡыт эҙләнеү, үҙ өҫтөңдә эшләү юлында була. Иҫәкәй башланғыс мәктәбендә уҡыта, бер үк ваҡытта Маҡар һигеҙ йыллыҡ киске мәктәбен етәкләй, тарих уҡыта. 1964 йылда Ырымбур педагогия институтын ситтән тороп тамамлағандан һуң тыуған ауылы мәктәбендә завуч, 1969 йылдан директор эшен ышанып тапшыралар. 1968 йылда Мәскәүгә уҡытыусыларҙың I Бөтә союз съезына Ишембай районынан берҙән-бер делегат итеп һайлана. Һәр республиканан бер уҡытыусы ғына сығыш яһарға тейешле табын мәлендә яҡташыбыҙ ҡурайҙа уйнай һәм “Райхан”ды башҡара.


- Сәнғәт академияһында уның ҡурай уйнаған яҙмалары һаҡлана. Билдәле халыҡ ижады белгесе Юлай Ғәйнетдиновтың уны оҫта ҡурайсылар рәтенә индереүе күп нәмә тураһында һөйләй. Район, республика күләмендәге конкурстарҙа ҡатнашыуҙы үҙенең тәрбиә бурысы, балалар өсөн өлгө тип һананы. Бер-беребеҙгә эшебеҙҙә, тормошта таяныс булып, 60 йыл татыу ғүмер иттек, - тип Тамила Моғаттар ҡыҙы тормош иптәше хаҡында иң йылы иҫтәлектәр менән бүлеште.


Абдулла Абдуллин Маҡар мәктәбен етәкләгән дәүерҙә ике ҡатлы заманса белем усағы төҙөлә, кабинет системаһы индерелә. Йыһанбай Сәсәнбаев, Рәғиб Йәннәтов кеүек абруйлы шәхестәр менән берлектә мәктәптә музей асыла. Яугир ауылдаштарының яҡты иҫтәлегенә мәҙәниәт йорто янында һәйкәл төҙөүҙө лә ул башлап ебәрә. Абдулла ағай менән бер осорҙа эшләргә яҙған, оҙаҡ йылдар директор эшен атҡарған Харис Фәтҡуллин һәм элекке уҡыусыһы, әле мәктәп директоры Гөлнара Хисмәтуллина уртаҡлашҡан хәтирәләр ҙә ауыл тарихының сағыу бер бителәй ҡабул ителде.


- Абдулла Сәйфулла улы ысын мәғәнәһендә коммунистарса йәшәне, ғаиләһе лә, башҡарған һәр эше лә өлгөлө булды. Ошондай саралар беҙҙе ауыл тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙ ҡәҙерен белергә өйрәтә, - тине Харис Иҙрис улы.


РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, “Өлкән уҡытыусы” исемдәренә лайыҡ булған яугир-мөғәллим хаҡында һөйләгәндә, һуғыш утын үтеп, район мәғарифы, Маҡар ауылы мәктәбе үҫешенә үҙ өлөшөн индергән уҡытыусылар ҙа онотолманы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы яугир уҡытыусыларға бағышлап баҫтырылған “Ерҙә тормош булһын өсөн” хәтер китабынан исемдәр әйтелгәндә ауылдаштар яҡындарын, туғандарын иҫләне. Күп йылдар район мәғариф музейын етәкләп, китапты туплауға көсөн һалған Фәүзиә Аҡҡолова кисәнең бигерәк тә балалар, йәштәр өсөн әһәмиәтен билдәләне. Мәғариф бүлеге башланғысы менән китапты баҫтырыуҙа ауылдаштары, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Солтанованың матди ярҙамы ла рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алынды. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар, уҡыусы балалар хоры сығышы, Башҡорт кадет корпусында байтаҡ йылдар директор урынбаҫары булып эшләгән Зөлфиә Абдулла ҡыҙы тәҡдимен хуплап, кадет егеттәр хоры килеүе, илһөйәр йырҙар менән ауыл сәхнәһен яңғыратыуы тулҡынландырғыс минуттар бүләк итте. Ә бүлә-бүләсәрҙәренең сәхнәгә ҡыйыу сығып, ҡарт олатайҙары рухын яугирҙар йыры менән данлауы үҙе ни тора.


Яугир, мөғәллим, ҡурайсы, биш балаға абруйлы атай... Ир-егет тейешле бар ғәмәлдәрҙе намыҫ менән үтәп китте, тип иҫкә алдылар Абдулла Сәйфулла улы хаҡында. Уның юлын балалары, рәхмәтле уҡыусылары дауам итә. Абдуллиндарҙың ҡыҙҙары менән бергә 140 йылдан артҡан уҡытыусылыҡ стажы үҙе бер ғаилә ҡаҙанышы, ғорурлығы. Ауыл тарихын намыҫлы хеҙмәте, матур, ишле ғаиләһе менән яҙышҡан Абдулла Сәйфулла улы кеүектәр хаҡында тормош тотҡаһы, ил таянысы тип әйтергә хаҡлыбыҙ.
Читайте нас: