Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған тағы ике яугир яҡташыбыҙ кисә тыуған ергә алып ҡайтып ерләнде. Эҙәрмәндәр отрядтары тырышлығы менән табылған Ҡыҙыл Армия һалдаттары Сәйфетдин Хөсәйенов һәм Павел Сухихтың һөйәктәрен ҡайтанан ерләүгә арналған матәм митингыһы Еңеү паркында үтте.
Сәйфетдин Хөсәйенов фронтҡа 1941 йылда тыуған Маҡар ауылынан китә. Күп тә үтмәй Смоленск ерҙәрендә барған аяуһыҙ бәрелештәрҙә һәләк була. Яҡташыбыҙ кеүек үҙен аямаған яугирҙар арҡаһында совет ғәскәрҙәре Мәскәүгә ашҡынған фашистарҙы ҡамауҙан оборонаға күсергә мәжбүр итә.
Павел Андреевич Көйөргәҙе районы Егорьевка ауылында тыуып үҫкән. Псков ерендә һәләк була һәм шулай уҡ етмеш йылдан ашыу хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә килә. Фронтовиктарҙың туғандары ошоға тиклем улар хаҡында бер ниндәй мәғлүмәт таба алмай. Әммә өмөт йәшәй. Эҙәрмәндәр отрядтарының яу яландарында әүҙем эшмәкәрлеге арҡаһында ғына улар бөгөн атайҙары, олатайҙарын тыуған ерҙә ҡаршылай алды. Район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, Ишембай ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Виноградов йылдар дауамында ошо эште алып барған эҙәрмәндәргә тәрән рәхмәт белдерҙе.
Йыл һайын илебеҙҙең эҙәрмәндәр отрядтары ҙур юғалтыулы яуҙар барған урындарҙа 10 меңгә яҡын һәләк булған, әммә исемдәре асыҡланып ерләнмәгән ҡәберлектәр таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күпселеге ошо хәлдә ҡала. Яугирҙарҙы таныуҙа гильза эсендәге ҡағыҙ, йә котелокка, ҡалаҡҡа сыймаҡланған исемдәр, медальондар ныҡ ярҙам итә. Әммә һәр нәмә ваҡытҡа бирешә.
Павел Сухихтың ейәне әйтеүенсә, олатайының 1941 йылда хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында белгертмә алған яҡындары ошо йылдар эсендә уны табыуға өмөттән яҙа. Был ваҡиғаны улар үткәнебеҙгә, илде дошманға бирмәгән яугирҙар рухына битараф булмаған кешеләр тырышлығы менән тормошҡа ашҡан мөғжизә тип ҡабул итә. Фронтҡа Ишембайҙан киткән Павел Сухих һуңғы йортон да ошо ерҙә тапты.
- Олатайым тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табырға тырыштыҡ, күп ерҙәргә мөрәжәғәт иттек, - ти Сәйфетдин Хөсәйеновтың ейәнсәре Зөлфиә Шәрәфетдинова. – Әсәйем әле дауаханала, был хәбәрҙе ишеткәс, тулҡынланыуы үҙен һиҙҙерҙе. Бөгөн уны тыуған ауылы Маҡарға алып ҡайтып ерләйәсәкбеҙ. Доғаларыбыҙҙан өҙмәнек, хәҙер уның рухы алдында баш эйер урын буласаҡ.
Яугирҙар рәсемен күкрәк түренә ҡуйып атлаған йәш кадеттар сафының һәр аҙымы йөрәктәр тибеше менән ауаздаш булды. Тынлы оркестр башҡарыуында матәм көйөнә яугирҙар вариҫтары, митингыла ҡатнашыусы барыһы, мәктәп уҡыусылары, йәштәр тын ҡалды. Яҡташтарыбыҙ ҡаһарманлығы мәңге онотолмаясаҡ. Һуңғы яугир табылғанса һуғыш әле тамамланмауын иҫтә тотоп, улар исемен быуындан быуынға тапшырыу бурысыбыҙҙы онотмайыҡ.
Фото: Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА.