Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2017, 02:00

Һалдат булыу – изге бурыс

12 декабрь Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл китапханаһында "Һалдат булыу - изге бурыс" тип аталған сара уҙҙы.

12 декабрь Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл китапханаһында "Һалдат булыу - изге бурыс" тип аталған сара уҙҙы.


Һалдат ҡаршылау йолаһын тергеҙеп үткәрелгән был сара балаларҙа ҡыйыу, батыр һалдат булыу теләге уятыу, атай- ағайҙары менән ғорурланыу, илһөйәрлек хистәрен тәрбиәләү, Ватанды һаҡлаусылар тураһындағы күҙаллауҙарҙы киңәйтеү, уларҙың мөһимлеген аңлатыу маҡсатында үткәрелде.


Ошо көндәрҙә Тыуған ил алдында хәрби бурыстарын үтәп ҡайтыусы һалдаттарыбыҙ Ишкинин Рөстәм менән Сәйфуллин Илмир хеҙмәт итеүҙәре хаҡында һөйләне.


Ауылыбыҙ аҡһаҡалы, мәғариф отличнигы Нурғәле Тимерғәли улы Ғәлин ауылыбыҙ ир-егеттәренең Ватанды һаҡлап тороуҙары 1812 йылдан башлап билдәле икәнлеген бәйән итте. Ауылдаштарыбыҙ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстан, Чечен Республикаларындағы, Абхазиялағы бәрелештәрҙә лә ҡатнашыуы - шуларҙың береһе Сәфәрғолов Рөстәмдең дә ҡатнашыуы тураһында әйтеп үтте.


Был сараға һалдат күрер өсөн Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай
ауылы ағинәйе Аҡсулпанова Флүрә апай менән Смаҡай ауылы ағинәйҙәре лә
килеп беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашып, һалдаттарға бүләктәрен биреп, уларға
алдағы тормоштарында үҙ юлдарын табыуҙарын теләне.
Читайте нас: