Яу яландарында ятып ҡалған, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарыбыҙҙың яҡты исемен тергеҙеү, һөйәктәрен тыуған еренә ҡайтарыуҙа эҙәрмәндәр эше баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Ошо көндәрҙә “Родина” эҙәрмәндәр отряды ағзаларының Смоленск өлкәһендәге Ельни ҡалаһынан йыраҡ түгел яланда РККА (ред. Эшсе-кәрәҫтиән Ҡыҙыл армияһы) яугиры, яҡташыбыҙ – 1903 йылда Маҡар ауылында тыуған Сәйфетдин Хөснитдин улы Хөсәйеновтың һөйәктәрен табыуы билдәле булды.
Яугирҙың исемен асыҡлауға нисек өлгәшә һуң эҙәрмәндәр? Бында ҡәберлектә табылған медальон, гильза эсендә һаҡланған ҡағыҙ киҫәге ярҙам итә. Социаль селтәрҙәр аша мәғлүмәт еткереү менән маҡарҙар был хәбәрҙе күтәреп ала - Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Сәйфетдин Хөсәйеновтың ауылда яҡын туғандары йәшәй. Китапханасы Зөлфирә Таһированың әсәһе Хәтирә инәйгә яугир ике ике туған була.
- Беҙҙең менән иң беренсе булып бәйләнешкә Салауаттан эҙәрмән Рәфҡәт Зөлҡәрнәев сыҡты. Ошондай ҙур эште алып барыусыларға оло рәхмәт! Сәйфетдин бабайымдың ҡыҙы Асия апайға киләһе йыл 85 йәш тула, Стәрлетамаҡта йәшәй. Был хәбәрҙе ишеткәс, фотоларын ҡосаҡлап илаштыҡ – бер яҡтан оло шатлыҡ булһа, күпме ауыр иҫтәлектәр яңырҙы.”Һуғышҡа киткәндә атайҙың Илгиз ҡустымды күтәреп, ауыл осона тиклем оҙатыша барғанды хәтерләйем”, - ти Асия апай. Улар әсәйҙәренән дә бик иртә ҡала, өләсәйҙәре ҡарашып үҫтерә. Бабайыма фронтҡа киткәндә 38 йәш булған, 1941 йылдың сентябрендә үк хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр килә, - тип уртаҡлашты Зөлфирә Закирйән ҡыҙы.
Ғүмерен тыуған ил өсөн һалған ата-бабаларыбыҙ рухы алдында беҙ мәңге яуаплы. Декабрь аҙағында республика эҙәрмәндәр ойошмалары, Ишембай ҡалаһы хәрби комиссариаты вәкилдәре ҡатнашлығында яугир Сәйфетдин Хөсәйеновты Маҡар ауылына алып ҡайтып ерләү ойоштороласаҡ.