Күҙ тейеүҙән өшкөргән, башҡа сирҙәрҙән имләгән кешеләр элек-электән булған. Тыны килешә, тип тә әйтәләр ундайҙар хаҡында. Халыҡ бер-береһенән ишетеп, ауырыуына шифаһы тейеренә өмөт итеп уларға мөрәжәғәт иткән.
Күптән түгел редакциябыҙға Кинйәкәй ауылынан Фәнирә апай Кинйәбаева килеп инде һәм гәзит уҡыусыларға буҙа әҙерләү буйынса үҙенең рецебын тәҡдим итергә теләүен әйтте. Әңгәмә барышында уның тағы ла бер һәләткә эйә булыуын аңланыҡ. Хәҙер инде һигеҙ йыл намаҙҙа булған апай доғалар менән өшкөрә лә икән. Ниндәйҙер ауырыуҙан йонсоғандар ҙа, йәшәүгә дәрте һүнгәндәр ҙә ярҙамға өмөт итеп Фәнирә апайҙың ишеген шаҡый. Күңелдәренә юл һалып, уларҙы тормошҡа ҡабат ҡайтарырға ярҙам итеүе хаҡында һөйләне ғәҙәти булмаған әңгәмәсем.
Өшкөрөү һәләте өләсәһенән күскән
Фәнирә апай Бөрйән районы Брәтәк ауылында донъяға килә. Намаҙын ҡалдырмаған өләсәй тәрбиәһен ала ул.
- Намаҙ уҡылған, ураҙалар тотҡан өйҙә үҫеүем менән бәхетлемен. Әсәйем яғынан өләсәйем доғалар ярҙамында кешеләрҙе дауаланы. Уның намаҙ уҡығанын иҫем китеп тыңлап ултыра торғайным. Өләсәйем күҙ тейеү, тимерәү, арпа кеүек сирҙәрҙе имләне. Уның эргәһендә йөрөп оҫталығын да һеңдергәндермен тим. Төндә мин һәр ваҡыт өләсәйем эргәһендә йоҡланым. “Һинең менән генә ятам, ҡыҙым. Тәнең тимер мейес һымаҡ ҡыҙыу”, - тип башымдан һыйпап йоҡлата торғайны ул. Бик бәләкәйҙән, миңә - биш, һеңлемә – өс, ағайыма туғыҙ йәштә үк ата-әсәйем доғалар өйрәтте. Шул ваҡытта уҡ “Ихлас” сүрәһен белә инем. Үҙемдә ниндәйҙер һәләт барлығын да бала саҡтан тойҙом. Быны төрлө ваҡиғалар аша һынағаным да булды. Бер саҡ тауыҡ себеше йығылды ла тормай, тик ята. Уға ҡарап тыным менән өрөүем булды, себеш йәнләнеп атлап китте. Мәктәптә уҡыған йылдарҙағы бер ваҡиға ла әле булһа хәтерҙә. Бер әхирәтемдең күҙенә туҡтауһыҙ арпа сығып йонсотто. Уны өшкөрөп ҡарарға булдым һәм файҙаһы тейҙе. Күҙенә арпа сығыуҙан туҡтаны. Дуҫ ҡыҙым үҙе лә аптыраны хатта, – тип иҫкә алды ул бала саҡ йылдарын.
18 йәшендә Кинйәкәйгә килен булып төшә
Фәнирә апай йәшләй генә тормошҡа сығып, ире Закир Талха улы менән матур ғүмер кисерәләр. Бергә йәшәүҙәренә лә 43 йыл тулған. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, хәҙер инде һигеҙ ейән-ейәнсәр һөйөү шатлығын татығандар. Фәнирә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы 35 йыл һатыусы булып эшләй. Балалар үҫтергән, эшкә йөрөгән мәлдәрҙә, әлбиттә, ғәҙәти булмаған һәләтенә бик иғтибир итмәй, ул баҫылып ҡала. 15 йыл самаһы элек сәйер төш аша ул үҙенең намаҙ уҡырға, кешеләрҙе дауаларға тейешлеген аңлай. Ныҡлап намаҙға баҫҡас, өшкөрөү һәләте лә асыла.
Төрлө үтенес менән киләләр Фәнирә апайға. Улар араһында күҙ тейгәндәр, төндә тынысһыҙ йоҡлағандар, эсе төшкәндәр, күҙенә арпа сығыуҙан йонсоғандар, билен, мейеһен ултыртыуға өмөтләнгәндәр, боҙомдан арынырға теләгәндәр – барыһы ла бар.
- Кеше килеү менән иң беренсе унан “Табипта булдыңмы? Ниндәй диагноз ҡуйҙылар?” тип һорайым. Күберәк дауаланып та шәбәйә алмағандар килә. Үҙемдә энергияның көслө булыуын тоям. Әгәр кешеләргә ярҙам итмәй торһам, урын таба алмай башлайым. Осраҡлы рәүештә берәйһенең ауырыуға тарығанын күрһәм дә теләк белдереп ярҙамға ашығам. Күптән түгел юлда йөрөгәндә таныш булмаған бер ир-егеттең ныҡ итеп ҡул тиреһе боҙолғанлығына иғтибар иттем. Битараф ҡала алманым, ярҙам итергә теләгемде белдерҙем. Ир кешенең ҡулын да, һөртә торған маздәрен дә өшкөрөп бирҙем. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул шылтыратып, яралары бөтәшә башлауын хәбәр итте, рәхмәтен белдерҙе, - тип һөйләне төрлө хәл-ваҡиғаларҙы.
Күрәҙәлек ҡылмай, сөнки Аллаһы Тәғәлә ҡушмай
Күрәҙәлек ҡылыуға ҡаршы Фәнирә Шәйхетдин ҡыҙы. Хатта ауырыуҙан дауаланғанда ла Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорарға кәрәк, ти. Һәр бер сиргә үҙенең доғаһы барлығын да әйтте. Нимәнәндер ҡурҡҡан, ҡото осҡан кешегә ҡот ҡойоу йолаһын күптәребеҙ ишетеп кенә белә. Фәнирә апайға ҡото осҡан балаларын килтереүселәр ҙә бар. Кемдер ҡаҙҙан, кемдер күркәнән, кемдер ҡурҡыныс мультфильм геройҙарынан ҡурҡҡан. Әйткәндәй, заманында Фәнирә апайҙың өләсәһе лә был оҫталыҡҡа эйә булған.
Бөтә ҡатын-ҡыҙға ла әсәй булыу бәхете яҙмаған. Инде оҙаҡ йылдар тормошта булып та ауырға ҡала алмағандарҙы ла Фәнирә апай кире ҡаҡмай, өшкөрөп ярҙам итергә тырыша. “Мөрәжәғәт итеүселәр араһында хатта 10 йылдан ашыу балаға уҙа алмаған ҡатындар булды, дауам килешеп, сабыйҙары яҡты донъяға килде. Ике генә ҡатындың хыялы тормошҡа ашманы. Уларға, моғайын, бер нисә тапҡыр килергә кәрәк булғандыр”, - тип һөйләне өшкөрөүсе апай. Йығылып имгәнеп, түшәктә ятып Кинйәкәй ағинәйенә килгәндән һуң таяҡҡа таянып йөрөп китеү осраҡтары барлығы хаҡында ла бәйән итте. Заманыбыҙҙың ҙур бәләһенә әүерелгән эскенән арынырға өмөт бағлап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар икән. Өшкөрөлгәндән һуң байтаҡ йылдар эскене ауыҙына ла ҡапмаған бер ирҙе күптән түгел осратыуы, унан рәхмәт һүҙҙәре ишетеүе хаҡында ла Фәнирә апай шатланып һөйләне.
Әлбиттә, кешегә ярҙамың тейеүҙән, уларҙың ихлас рәхмәтен ишетеүҙән үҙеңдең дә күңелең үҫә. Фәнирә Шәйхетдин ҡыҙының маҡсаты – көсөн ҡулынан килгәнсә ауырыуҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтеү.
Фәнирә апайҙың һәм уның ғаиләһенең ялы ла башҡасараҡ үтә. Изгеләрҙең ҡәберенә барып улар рухына аят уҡыуҙы үҙ иткәндәр. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Әбйәлил ишандың ҡәберенә зыярат ҡылғандар, Баймаҡта Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә барып та аят уҡығандар. Башҡа райондарҙа ла булып өлгөргәндәр.
Ауылда иман артыуы, мәсет төҙөлөүе лә ҡыуандыра Фәнирә Шәйхетдин ҡыҙын. Йәйгә изге йорт төҙөлөп бөтһә, һәр кесаҙна ҡатын-ҡыҙҙарҙы иман йортона зекер әйтергә йыйырға ниәте лә бар уның.
- Илебеҙ тыныс, халыҡ һау-сәләмәт булһын. Ер-әсәгә рәхмәт әйтергә онотмайыҡ. Ер өҫтөнән атлап йөрөйбөҙ, ул беҙҙе ашата, ризыҡлы итә, уға рәхмәтле булырға кәрәк, - тигән теләктәрен дә еткерҙе изге күңелле апай.