Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2017, 02:00

Шәп егеттең концертына килегеҙ!

Иҙел Нурғәлин былтыр ғына Ишембайға килеп, Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһен гөрләткәйне.

Иҙел Нурғәлин былтыр ғына Ишембайға килеп, Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһен гөрләткәйне. Дәртле, моңло йырҙары, баян моңдары, ә иң мөһиме сәхнәлә үҙенсәлекле бейеүе менән кешеләр күңелен арбаған ифрат талантлы егет йәнә Ишембайҙың йыр-моң һөйөүселәрен шатландырмаҡсы. Ошоно күҙ уңында тотоп шәп егеткә бер нисә һорау юлланыҡ.


- Сәнғәт донъяһы һинең өсөн нимә ул, Иҙел, һәм ундағы уңыштарың?


- Сәнғәт - ул минең тормошом, булмышым, йәшәйешем! Ә уңыштарға килгәндә, республика кимәлендә үткәрелгән баянсылар конкурсында өс тапҡыр лауреат исемен алыуҙы, «Гәлсәр һандуғас» телефестивале лауреаты булыуымды һәм, әлбиттә, халыҡ һөйөүен яулай алыуымды әйтер инем.


- Һин береһенән-береһе матур йырҙар ҙа ижад итәһең. “Беҙ ауылдың шәп егеттәре!” йырың хит-парадтың тәүге баҫҡысында тора.


- Мин композитор түгел, әммә йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә, тиҙәр бит.


- Сәхнәнән тыш, ябай тормоштағы Иҙел ниндәй?


- Мин сәхнәлә лә, тормошта ла шул ябай Иҙел инде, бер ҙә айырма юҡ!


- Эстрадала күп кенә йәштәр популяр йырсыларҙың тауышын ҡабатлай. Һинең кемгә лә булһа эйәреү, оҡшау маҡсатың бармы? Кемдең ижады күңелеңә яҡын?


- Миңә ҡалһа, кемделер ҡабатлау үҙеңдең шәхси ижадың булмауын аңлата. Бөгөнгө көндә кешене алдап булмай, халыҡ һине нисек бар, шулай яратырға, ҡабул итергә тейеш. Ә бүтән йырсылар ижады менән, әлбиттә, ҡыҙыҡһынам. Береһенең йырлау манераһы, икенсеһенең техникаһы, өсөнсөһөнөң көслө, моңло тауышы хайран итә.


- Һинең турала һүҙ сыҡһа, күптәр сәхнәлә матур итеп бейеүеңде телгә ала...


- Бейеүсе түгелмен, әлбиттә, әммә йырҙы тулыһынса тамашасыға еткерергә теләүемдер был. Бүтәнсә йөрәк түҙмәй бит!


- Ижадың менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы яҡын арала нимә менән ҡыуандыраһың?


- Әле үҙемдең концерт программам менән республика район-ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөйөм. Ижадташ дуҫтарым менән берлектә бик шәп тамаша тәҡдим итәбеҙ йыр-моң һөйөүселәргә. 7 декабрҙә Ишембай мәҙәниәт һарайын гөрләтергә иҫәп. Тамашасылар ғына килһен! Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!


Читайте нас: