Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2017, 02:00

Ғорурланабыҙ һинең менән, Батыр!

Әрмелә хеҙмәт итеү – һәр егеттең изге бурысы.

Әрмелә хеҙмәт итеү – һәр егеттең изге бурысы. Яңы Әптек ауылынан Батыр Ҡунаҡбаев та бәләкәйҙән тыуып үҫкән төйәген, тәбиғәтен яратып, уны һаҡларға, яҡларға кәрәклеген белеп үҫә.


Мәктәптә лә егет яҡшы уҡый, спорт өлкәһендә лә ҙур уңыштарға өлгәшә. Атаһы һабантуйҙарҙа көрәш буйынса беренсе урындарҙы бирмәй. Батыр та уның иң яҡшы сифаттарынан өлгө алып үҫә. 11-се класты уңышлы тамамлағандан һуң Ишембай нефть колледжына уҡырға инә, ә инде әрме хеҙмәтенә барыу тураһында хәбәр алғас, тыуған илем алдында үҙ бурысымды үтәйәсәкмен, тип әрмегә китә. Бөгөнгө көндә ул Свердловск өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында танк ғәскәрҙәрендә өлкән механик-водитель булып хеҙмәт итә. Ҙур танктар менән идара итеү өсөн ҡыйыулыҡ, түҙемлек, үҙеңә ышаныс кәрәк. Башҡортостан егете был сифаттарҙың барыһына ла эйә. Үҙенең хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, бурыстарын намыҫлы үтәүе менән командирҙарының, хеҙмәттәштәренең ҙур ихтирамын яулай ул.


Батырҙың ата-әсәһе Зәлиә һәм Сөләймән Ҡунаҡбаевтарға батальон командиры Дмитрий Лупенцовтан Рәхмәт хаты ла килгән. “Ил терәге булырҙай, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, көслө рухлы ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт, киләсәктә Булаттың илебеҙ өсөн файҙалы, өмөтлө кеше буласағына ышанабаҙ”, тиелә хатта.


- Ҡуйған маҡсатыма һис шикһеҙ ирешәсәкмен, хеҙмәтемде тултырып ҡайтҡас, колледжды тамамлап, юғары уҡыу йортона инәсәкмен, - ти яҡташыбыҙ.


Батырҙың хеҙмәтен иҫән-һау тултырып, тыуған яғына изге юлдар менән ҡайтып етеүен теләйбеҙ.
Читайте нас: