Ошо көндәрҙә байрам уңайынан гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Рәхмәт, әсәкәйем!” видеоконкурсын үткәреп ебәрҙек. Әйтергә кәрәк, һанаулы ғына көндәрҙә иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, байрам ҡотлауы менән бергә интернет киңлегендә туған телебеҙҙе йышыраҡ яңғыратыу, балаларҙы, йәштәрҙе башҡорт шиғырҙарын ятлауға дәртләндереү маҡсатын ҡуйған конкурс тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусыны йәлеп итте.
Еңеүсе төркөмдәштәр тауыш биреүе юлы менән билдәләнәсәк ярышҡа иң беренсе булып, әсәйенә, өләсәйҙәренә иң матур теләктәр менән видеоһын Алһыу Бураҡаева һалды. Шуныһы ҡыуандырҙы, Алһыуҙың әсәһе, йәш эшҡыуар Гөлназ Сәлимгәрәй ҡыҙы ихлас күңелдән еңеүсенең берәйһенә үҙе етәкләгән “Алһыу” бөҙрәханаһынан сертификат әҙерләп ҡуясағын әйтте. Бүләктәр менән ярҙам итергә торған булдыҡлы йәш кенә әсәйҙәр, декрет ялында ҡул эштәре менән мауығып, файҙаһын да күрә белгән Гөлнара Әмирова һәм Альмира Ғималетдиноваға ла редакция исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Шиғыр уҡыусылар - Үрге Әрметтән Индира Вәлиева һәм Динар Әбсәләмов, Маҡарҙан ейәне Асҡар менән Гөлиә Көмөшбаева, Этҡолдан ағалы-ҡустылы Радмир һәм Тимур Заһиҙуллиндар, 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Тимур Тарханов, Эльвина Шәрипова, Ишембай нефть колледжы студенттары Диана Вәлитова һәм Николай Силин – барығыҙға ла уңыштар, артабан да тормошта шулай әүҙем булыуығыҙҙы теләйбеҙ! Студенттар хаҡында айырым әйтке килә. Коля – рус егете, уҡытыусыһы Гөлнара Әхмәтованың тәҡдимен хуплап, ул колледжда үткән шиғыр уҡыусылар конкурсында ла, беҙҙең гәзит төркөмөндә лә ихлас ҡатнашты. Диана – татар милләтенән, уның миҫалында уҡытыусыһы Фидәлиә Йәрмөхәмәтованың да туған телебеҙ матурлығын йәштәргә еткереү өсөн күңел һалып эшләүен аңларға була.
- Рухлы, маҡсатлы йәштәрҙән колледжда башҡорт телен өйрәнеү нимәгә кәрәк, тигән һүҙҙәрҙе бер ҡасан да ишетергә тура килмәне. Ә инде ундай һүҙҙәр сыға икән, был йәштәр ваҡытында ғаиләлә туған телмәр, үҙе-беҙҙең моңдо ишетмәгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҙәниәтебеҙгә күңеле ябыҡ булып үҫкән, тигән һығымтаға киләһең. Ошондай конкурстар бик кәрәк. “Торатау” йәштәрҙе артабан да дәртләндереп торһон! - тине Гөлнара Флүр ҡыҙы.
Еңеүселәрҙе тағы бер атап үтәйек әле. Иң күп “йөрәк”- 224 лайк йыйып, Диана Вәлитова -1-се, Эльвина Шәрипова - 2-се һәм Тимур Тарханов 3-сө урынға сыҡты. Николай Силин, күптәргә өлгөлө аҙымы менән телебеҙгә ихтирам, хөрмәт өсөн Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Иң бәләкәс шиғыр һөйләү оҫталары – 3 йәшлек Асҡар Көмөшбаев менән 4 йәшлек Тимур Заһиҙуллинды ла бүләкләмәү мөмкин түгел ине. Афарин, балалар!