Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2017, 02:00

Әсәйҙәргә мәңге рәхмәтлебеҙ

Сәлих ауылы мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә арналған "Әсәйем, ҡәҙерлем" кисәһе үтте.

Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, туған телде өйрәткән, халыҡ моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң? Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.


Сәлих ауылы мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә арналған "Әсәйем, ҡәҙерлем" кисәһе үтте. Ауылдың ветерандар Советы рәйесе Шаньзов Әхмәт Бәхтегәрәй улы әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, барыһына ла һаулыҡ, оҙон ғумер, ғаилә бәхете теләне. Мәҙәниәт йорто мөдире Дәүләткилдин Рөфҡәт Урал улы ла изге теләктәргә ҡушылып, моңло йырҙарын бүләк итте. Сәлих балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең шиғырҙыры, йырҙары, матур бейеүҙәре менән тамашасыны ҡыуандырҙы. Әсәйҙәрҙең дә үҙ сиратында ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙе менән бергә йыр-шиғырҙары байрамға тағы ла йәм өҫтәне.


Әсәйҙәребеҙгә
иғтибарлы, итәғәтле булайыҡ, ҡылған эштәребеҙ, яғымлы һүҙебеҙ менән
уларҙы ҡыуандырып йәшәйек. Әсәйҙәр алдында беҙ мәңге бурыслы.
Читайте нас: