“Маҡар урман хужалығы” учреждениеһы урмансылыҡ буйынса ғына эш алып бармай, ошо көндәрҙә сәй етештереү буйынса цех та асып ебәрҙе. Хәҙер инде ишембайҙарҙың өҫтәлендә үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән үләндән әҙерләнгән эсемлек тә урын аласаҡ.
Урман хужалығы директоры Сәлим Хафизов әйтеүенсә, сәй әҙерләү өсөн боланут үләне файҙаланыла. Ул тәбиғәт ҡосағында ултырған таҙа төбәктә - Ҡолғона тарафтарында йыйыла. Бөгөнгө көндә 10 тонна сеймал тупланған. Уны эшкәртеп, ҡаптарға тултырып, һатыуға сығарыу ниәтләнә. Цехта бер нисә төрлө сәй эшләнәсәк. Грануллы ферментацияланған һәм йәшел, эре япраҡлы ферментацияланған һәм йәшел, ваҡ япраҡлы ферментацияланған һәм йәшел сәйҙәр. Уларҙы тиҙҙән йәрминкәләрҙә, магазиндарҙа күрербеҙ.
Цехтағы эш сәйҙе етештереү буйынса мастер Артур Ишмаев етәкселегендә алып барыла. Сәйҙе әҙерләүҙә һәр бүлмәнең үҙ тәғәйенләнеше. Япраҡтарҙы сорттарға бүлеү, бөрөү, ферментациялау, киптереү, ҡаптарға төрөү бүләмәләре булдырылған. Суфия Буранғолова, Зилиә Йәғәфәрова апайҙар - сәй эшләү оҫталары, улар уның барлыҡ нескәлектәрен белеп бөткән. Урман хужалығының ярҙамсылары ла бар. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында быйылдан мәктәп урмансылығы ойошторолған. Уҡыусылар сәйҙең ҡаптарын эшләү өсөн яуаплы.
Сәлим Рәшит улы билдәләүенсә, киләсәктә сәйҙең төрҙәре тағы ла байытыласаҡ. Йүкә сәскәһе, ҡарағат һәм башҡа үләндәр ҡушып та шифалы эсемлек етештереү ниәтләнә. Урмансылар матур эшкә тотонған. Ваҡыт үтеү менән халыҡ үҙенең баһаһын бирер. Әлегә үҙебеҙҙең тауарҙың магазин кәштәләренә сығыуын көтәйек.
Фотола: Зилиә Йәғәфәрова менән Суфия Буранғолова киптереү цехында эш мәлендә.