Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2017, 02:00

Ике ҡыҙым – пар ҡанатым!

26 ноябрь - Әсә көнө

26 ноябрь - Әсә көнө


...Бер тәндә ике йөрәк тибә! Эйе, ниндәй мөғжизә был? Ә, юҡ... Мөғжизә түгел, тормош, әсә ҡарынында яралған сабыйҙың ғүмере ана шулай башлана. Әсә менән бала араһында бәйләнеш шулай юл ала. Ҡасанға тиклем дауам итер һуң был юл? Сиге бармы уның? Юҡтыр... Бит әсәнең тәнендә генә түгел, инде аҙаҡ күңелендә ике, бәлки өсәүҙер, алты, ун йөрәк тибеүҙән бер ҡасан да туҡтамай. Башта Ерҙә, унан... Күктәрҙә! Шулай булырға тейеш, тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан.


Тәүге сабыйына буйға уҙғанын белгән Зиләнең түбәһе күккә тейә – ул әсә буласаҡ! Шунан да ҙур бәхет бармы ни донъяла?! Кем булыр ул бала? Ҡыҙмы, малаймы? Кемгә оҡшар? Әлегә йәш ҡатындың башында хыялдар тантана итә. Сабыйын төрлөсә күҙ алдына килтерә, уның киләсәген уйлай. “Сабыр ит, гүзәл затым, барыһы ла булыр. Әсә бәхетенән һыуһының ҡанғансы ауыҙ итерһең. Килер көн, бер түгел ике ҡыҙың бынамын итеп үҫеп етер, һине бәхетле итер. Тик шартым бар: әлегә һынауҙарҙы үтә тор”. Күрәһең ҡатынға Хоҙай шулай әмер биргән.


Туҡһанынсы йылдар, буталыштар заманы. Зилә Бибакова ҡаланың ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһында эшләп йөрөгән еренән баҙарға ит һатырға күсә, ә ниңә, һөнәре буйынса һатыусы бит. “Баҙар һәр заманда ла баҙар булып ҡалыр, аҡсаһыҙ ултырмаҫбыҙ” тип уйлай ул һәм яңылышмай. Эштәре, ысынлап та, өҫкә үрләй – инде үҙенең дә бер нисә “нөктәһен” булдыра. Ғаиләһенең килемен арттырыу маҡсатында ул Себер тарафтарына ла йүнәлә бер мәл, тик был аҙымдың хата икәнлегенә тиҙ төшөнә: хеҙмәт урыны тапмай ҡайтһа – баҙарҙағы эшмәкәрлеге лә туҡтап ҡалған.


Инде ни ҡылырға? Урамда – сираттағы иҡтисади көрсөк, ә ул ике балаһы менән тороп ҡалған тол ҡатын. “Кейем-һалым түгел, аҙыҡ- түлекте лә сикләргә тура килгән заман” булараҡ иҫләй ул йылдарҙы Зилә ханым.


Бала саҡтан беҙҙең ҡанда гүзәл затты тәү сиратта балаһын тәрбиәләүсе шәхес итеп һеңдерҙеләр. Ул – ғаилә тотҡаһы, өй усағын һүндермәй тотоусы. Тик, тормош шарттарын шулай килтереп ҡуйғас, ең һыҙғанып, икмәк, мал табырға ла сығып китергә тура килә был затҡа. Хәйер, “әсә” тигән изге һәм мөҡәддәс бурысты үтәү – үҙе үк ҙур эш. Балаһы әле ҡарынында көйө уның өсөн борсола әсә. Үҫкәндә бергә илай, бергә һыҙлана, шатлана һәм ҡыуана, бит ике кендек ғүмер буйы күҙгә күренмәҫ ептәр менән булһа ла һаман тоташып тора. Иманым камил, Зилә Хәйбулла ҡыҙы ла Динәнең тәүге тештәре сыҡҡанда бергә илағандыр, Гөлшат имтихандарын тапшырғанда үҙе һынау тотҡандай булғандыр. Шулай булырға тейеш, тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан...


Ә әсәй бында әсәй генә түгел, атай ҙа өҫтәүенә...


Зилә Бибакованың ауылса бешерелгән икмәген, тәм-томдарын районда күптәр яратып ауыҙ итә, күрәһең бешереүсеһенең һалынған һөйөүенән, әпәкәйҙең барыһына ла баш булыуын аңлауҙан киләлер был уңыш. Шуға икмәкхананың яҡшы эшләп килеүен, эшҡыуарҙың тағы бер нисә магазины булыуын да телгә алып китеү артыҡ түгел. Тик балаларын бағып та, бына ошо тиклем бизнесты булдырырға ла, уны ауыҙлыҡларға ла ҡайҙан көс тапҡан һуң ул? Хәйер, яуабы ошо уҡ һөйләмдә буғай – балаларҙы бағыу, уларҙы кеше итеү, аяҡҡа баҫтырыу, сәләмәтлеген ҡайғыртыу. Бына беҙҙе – ата-әсәләрҙе – нимә йөрөтә, йәшәтә, утҡа-һыуға һала, батырлыҡҡа өндәй, баш китерлек ҡылыҡтарға этәрә. Йәнә тәбиғәт ҡанундары хәтергә килә ошо урында.


Тормоштоң ҡайһы бер оҙайлы ваҡыт арауығын иҫкә төшөрөп булмай, шул уҡ ваҡытта мәлдәр мәңгегә хәтерҙә уйыла тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, мәлдәр күп осраҡта ҙур көскә эйә шул. Кинйәбулат ауыл Советының ул саҡтағы рәйесе Әүхәт Дәүләтов осраҡлы ғына рәүештә хеҙмәт таба алмай йөрөгән Зиләгә үҙҙәрендә икмәкхананың эшһеҙ ултырыуын хәбәр итә. Баҙарҙа бергә һатҡан дуҫтары он биреп тора, шулай боҙ ҡуҙғала. Тик тәүге ҡоймаҡ һымаҡ тәүге икмәктең дә уңмауы бар – һүҙем бында тура мәғәнәлә лә, эштәргә аяҡ салған күренештәр тураһында ла. Бөгөн икмәктең көйөүен, ҡорамалдарҙың, машинаның боҙолоп тороуын, көнләшеүселәрҙең тәҙрәләрҙе ватып китеүен, урлашыуҙарҙы, яуапһыҙлыҡтарҙы һәм башҡаларҙы бер юлға ғына теҙеп китергә була, ә үҙ ваҡытында Зилә ханым өсөн һәммәһе – айырым ҙур ваҡиға. Иң мөһиме: уларҙың һәр ҡайһыһын йырып сыға алған эшҡыуар-

әсә. Барыһының исемен телгә алып китмәһәк тә, ауыл Советы рәйесе генә түгел, был йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙыусылар етерлек булғандыр. Ябай эшсенән алып район етәкселегенә тиклем. Зилә Хәйбулла ҡыҙы үҙе лә бит: “Хоҙай беҙҙең яҡлы барыбер, әмәлен таба, теләгең бар икән – ярҙам көтмәгәндә килә”, - ти.


“Инвестиция” тигән төшөнсәне ҡулланырға күнегеп киттек телмәребеҙҙә. Хатта баланы кеше итеүҙә лә. Был йәһәттән Зилә ханымдың ҡыҙҙарына яҡшы инвестиция һалғанына шик юҡ. Балалары икеһе лә юғары белемле, эш башлап китер өсөн башланғыс капитал бар – Динә юридик хеҙмәт күрһәтһә, Гөлшат туризм өлкәһендә үҫешә. Тәмле итеп бешерәләр, тәмле итеп башҡортса һөйләшәләр, тырыштар. Инвестиция... Тик эш бында “Ҡояш аҫтындағы урын” хаҡында ғына түгел, әлбиттә. Иң мөһиме: үҙҙәре икмәкһеҙ ултырған заманда ла, кешеләргә икмәк бешереп һатҡан тотороҡлоҡта ла кеше булып ҡалыу, ерҙә изгелек сәсеп йәшәү, артыңдан эҙ ҡалдырыу – бына ниндәй баһалап бөткөһөҙ инвестиция һалған ҡыҙҙарына эшҡыуар-әсә, ҡанундарҙы теүәл үтәп!


- Балаларым үҫеп етте инде, хәҙер үҙҙәре ярҙамсы – ике ҡанатым, - тип һөйә балаларын Зилә ханым. – Инде ҙур тормош башлап, мине өләсәй итерҙәр, ризыҡтары ҡайҙа ғына, нисек кенә яҙмаһын, йөрәгем улар менән һәр саҡ бергә буласаҡ, фәрештәләр һаҡлап ҡына торһон инде, - тигән фатиха-теләктәрен дә еткерә әсә кеше. Был әсәлә өс йөрәк тибә...



Фото: автор.
Читайте нас: