Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2017, 02:00

Мәүлит байрамына рәхим итегеҙ

1 декабрҙә 14.30 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең тыуған көнөнә арналған Мәүлит байрамы уҙғарыла.

1 декабрҙә 14.30 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең тыуған көнөнә арналған Мәүлит байрамы уҙғарыла.


Унда әхирәткә күскән әрүахтарҙы иҫкә алып Ҡөрьән уҡыласаҡ. Шулай уҡ ата-олатайҙарыбыҙҙың рухи мираҫы – мөнәжәттәр, оҙон көйҙәр, бәйеттәр башҡарыласаҡ. Быйыл был байрам 30 ноябрҙән 1 декабргә ҡарай көндө билдәләнә. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рабиғел әүүәл айының 11-дә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, Мөхәммәткә алты йәш булғанда әсәһе лә баҡый донъяға күсә. Малай әсә наҙы күрмәй, етемлектә үҫһә лә, әҙәп-әхлаҡ эйәһе, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, ышаныслы ир булып буй еткерә. Мәүлит, Мөхәммәт бәйғәмбәр тыуған көн – ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Байрам кисендә рәсүллуллаһ йәшәгән заман, уның күргән хәлдәре, мөғжизәләре тураһында китаптар уҡыу, вәғәздәр тыңлау, уның тормошон өйрәнеү сауаплы. Мөхәммәт бәйғәмбәр Рабиғел әүүәл айының 11-нән 12-се айына тыуып, 23 йыл бәйғәмбәрлек иткәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була. Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлатыу был кисте хөрмәт итеү булыр. Мөхәммәт тыуған көндө һәм төндө мосолмандар намаҙҙа үткәрә, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡый, байрамдың асылына тап килгән мөнәжәттәр әйтә, изге эштәр ҡыла.



Фото: pixabay.com
Читайте нас: