Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2017, 02:00

Атай-әсәй ғорурлығы

Маҡар ауылында йәшәүсе Миңһылыу һәм Рифат Әхмәровтар улдары Ринат хеҙмәт иткән частан Рәхмәт хаты алды.

Лайыҡлы Ватан һаҡсыһы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт, һеҙ улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ... Маҡар ауылында йәшәүсе Миңһылыу һәм Рифат Әхмәровтар улдары Ринат хеҙмәт иткән частан ошо оло мәғәнәле һүҙҙәр яҙылған хат алды.


Кеҫә телефоны, интернет, скайп заманында яҡындарыңдан почта аша хат алыу үтә ҡәҙерле бер күренешкә әйләнде. Ә әрменән улын көткән ата-әсәгә уның баһаһын аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй. Яҙғы саҡырылышта әрмегә киткән Ринат әле Мәскәү өлкәһенең Кашира-1 ҡалаһында инженер ғәскәрҙәрҙә 98577-се часта хеҙмәт итә. Часть командиры полковник А. Зайцев ҡул ҡуйған рәхмәт хатында һәр ата-әсә күңелен ҡанатландырырлыҡ ихлас һүҙҙәр яҙылған. Етәкселек һәм хеҙмәттәштәре лайыҡлы ихтирам итә, команда-штаб уҡыуҙары барышында үҙенең көслө әхлаҡи сифаттарын, намыҫ һәм бурыс төшөнсәләренә тоғро булыуын күрһәтте, тиелә хатта. Эйе, рухи һәм физик яҡтан да һынауҙар ҡуйған әрме хеҙмәтендә ныҡ булырға кәрәк. Ата - әсә һалған тәрбиә менән бергә холҡоң да ошонда таныла.
- Ринат спорт яратып үҫте, көрәш менән шөғөлләнде. Әрмегә тиклем Ишембайҙағы 21-се һөнәрселек училищеһын тамамлап, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен алып өлгөрҙө. Һөнәрле булыуым ныҡ ярҙам итә тип яҙа үҙе. Ғаиләлә иң бәләкәйе булһа ла, иркә булып үҫмәне, тырыш. Атай-әсәй өсөн ошондай хаттар алыуы ҙур бәхет, улдарыбыҙға тормош юлында ла, әрме хеҙмәтендә лә өлгө булырлыҡ иптәштәр, командирҙар осрап торһон, - тине Миңһылыу апай күңеле тулып.
Ринаттың ағаһы Илфат та ҡатмарлы осорҙа, 1998-2000 йылдарҙа, Чечняла хеҙмәт итә. Тыуған ил һағына баҫырға әҙер булыу, һалдат намыҫы кеүек төшөнсәләр ир-егеттәр күңелендә малай саҡтан һалына. Ошо тәрбиә яуаплылығын лайыҡлы үтәп сыҡҡан Әхмәровтар. Бер йыл һә тигәнсе үтеп тә китер, Ринатҡа, әрме осорон ошолай ғорурланып иҫкә алырлыҡ итеп, иҫән-һау хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: