Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2017, 02:00

Ҡатын-ҡыҙ – ил биҙәге

Ошондай исем аҫтында Этҡол ауылында район һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәренең семинары үтте.

Ошондай исем аҫтында Этҡол ауылында район һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәренең семинары үтте.


Районыбыҙҙың әүҙем гүзәл заттары юҡҡа ғына Этҡолға йыйылманы. Был төбәктә ҡатын-ҡыҙҙар советының эше үҙенең йәнлелеге менән айырылып тора. Уларҙан өйрәнер тәжрибә аҙ түгел. Шулай ҙа башҡарылған эштәрҙе һанап сығыуға, ҡоро отчетҡа ҡоролманы был сара. Йәмәғәт эштәрендә әүҙемдәрҙе туплаған йәмле осрашыуға әүерелде ул, тағы ла дәррәүерәк эшләргә дәрт бирҙе.


Ҡатын-ҡыҙҙар советы бер урында ғына тапанмай, туҡтауһыҙ эҙләнә, үҙенең эш йүнәлештәрен киңәйтә. Беҙ был төбәктә йәшәүсе гүзәл заттарҙың боронғо кейемдәребеҙҙе, аш-һыуҙарыбыҙҙы тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға өйрәтеү йәһәтенән һөҙөмтәле эш башлауҙарын күрҙек.


Ауыл хакимиәте башлығы, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Нәсимә Әйүпова тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән алып барылған эштәрҙе барланы. Улар күп һәм төрлө-төрлө. Эскелек кеүек насар күренештәргә ҡаршы көрәштән башлап, ҡатын-ҡыҙҙар абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән сараларға тиклем. Бер нисә йыл элек “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаштылар, артабан үҙҙәренең башланғыстарын “Айыҡ атай”, “Айыҡ әсәй”, “Айыҡ олатай”, “Айыҡ байрам” саралары менән нығыттылар. Айыҡ туйҙар уҙғарып та эскенең йәмғиәтебеҙгә ят нәмә икәнлеген дәлилләнеләр.


Әлбиттә, барыһын да бер һелтәүҙә үҙгәртеү мөмкин дә түгел. Шулай ҙа ыңғай һөҙөмтәләр күҙгә күренерлек. Ауыл киләсәге матур балалар үҫтергән, егәрле ғаиләләр ҡулында. Бөгөнгө көндә ауыл хакимиәте буйынса 32 күп балалы ғаилә иҫәпләнә.Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай биш, алты һәм унан да күберәк бала үҫтереүселәр ҙә бар. Этҡол ауыл Советы биләмәһенән 11 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылған, уларҙың һәр береһе ихтирамға лайыҡлығын, был ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың эшһөйәр, тәртипле булыуҙарын, яҡшы уҡыуҙарын билдәләне хакимиәт башлығы. Шундай ғаиләләрҙе күрһәтеп, данлап төрлө саралар уҙғарыу – йәш быуынды матурлыҡҡа өндәй.


Һуңғы осор Этҡол ҡатын-ҡыҙҙары боронғо милли кейемдәрҙе тергеҙеүгә лә дәртле тотондо. Ошо маҡсатта Республика халыҡ ижады үҙәгенән белгестәр саҡырып һаҡал, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Райондан ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныусы 100-ҙән ашыу гүзәл зат яңы һөнәр үҙләштерҙе. Этҡол ауыл китапханаһында ҡул эштәренә, аш-һыуға маһир, рухлы гүзәл заттарҙы туплап “Әхирәттәр” клубы эшләп килеүе лә белгәндәреңде башҡаларға өйрәтергә мөмкинлек бирә. Хәҙер инде мәҙәни сараларға ағинәйҙәрҙең үҙҙәре эшләгән һаҡал, ҡашмауҙарын кейеп килеүҙәрен күреп күңел һөйөнә.


Әйткәндәй, әлеге сарала этҡолдар сәхнәгә сығып үҙ ҡулдары менән эшләгән түшелдеректәрен тамашасыларға күрһәтте. Тағы ла бер күренешкә шатландыҡ. Онотола барған эсемлек - буҙаны тергеҙеү буйынса ла был төбәктә эш башланған. Буҙа эшләүҙә аҙнайҙар оҫта булып сыҡты. Байрамда улар буҙа эшләү йолаһын сәхнәләштерҙе.


Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шаһиеваның тәҡдимдәре лә бик урынлы булды. Үҙенең сығышында ул яңыраҡ ҡына Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының бик матур сара уҙғарыуын билдәләне. Элек-электән этҡолдарҙың да бик әүҙем булыуҙарын иғтибарға алды.

(Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 92-се һанында (17.11.2017) уҡығыҙ)



Фотола: Иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Сәриә Вәлиеваны Гүзәл Ғайса ҡыҙы Рәхмәт хаты менән бүләкләне.


Фото: автор.
Читайте нас: