Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2017, 02:00

Йәшнәгәндә хис-ҡеүәт

Яҡташыбыҙ, йәмле Иҫәкәй ауылында тыуып үҫкән шағирә, ғүмерен башҡорт телен үҫтереүгә арнаған уҡытыусы Ғәлиә Кәлимуллина өсөн уҙып барған йыл ижади балҡыш, илаһи асыштар осоро булды тип әйтергә хаҡлыбыҙҙыр.

Яҡташыбыҙ, йәмле Иҫәкәй ауылында тыуып үҫкән шағирә, ғүмерен башҡорт телен үҫтереүгә арнаған уҡытыусы Ғәлиә Кәлимуллина өсөн уҙып барған йыл ижади балҡыш, илаһи асыштар осоро булды тип әйтергә хаҡлыбыҙҙыр. Әле бер, әле икенсе республика баҫмаһында уның шиғырҙары донъя күрә, шиғриәте тәрәнлеген аңлағандар баһаһын, һөйөүен тойоп ижад итә Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы. Һөйөнсө менән саҡ ҡына һуңлаһаҡ та, күптән түгел уның “Ҙур үҫкәс, кем булайым?” балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы сығыу шатлығы менән дә уртаҡлашабыҙ. Халҡыбыҙ күңел донъяһын ҡанатлы фекер, илаһи һүҙ менән байытҡан замандашыбыҙға артабан да илһамлы ижад теләп, гәзит уҡыусылар иғтибарына уның бер шәлкем шиғырҙары.


ИЛЕМ, ТЕЛЕМ, ХАЛҠЫМ


Башҡортостан әгәр йәшәй тиһәң,

Бер йәнемә миллион үлем бир!

Ш. БАБИЧ


Һин ҡалҡаны булып илгенәмдең

Ил ағаһы, әйҙә, күкрәк кир!

Илгенәйем әгәр йәшәй тиһәң,

Бер йәнемә миллион үлем бир!

Һин йөрәге бул да шул ҡалҡандың

Ил әсәһе, фатихаңды бир.

Телгенәйем әгәр йәшәй тиһәң,

Бер йәнемә миллион үлем бир!

Киләсәге һин бит илдең, улым,

Халҡың менән һүҙең булһын бер.

Халҡым, телем, илем йәшәй тиһәң,

Бер йәнемә миллион үлем бир!

Телле булһаҡ ҡына беҙ халыҡбыҙ,

Беҙ тел менән Илгә терәүбеҙ!

Беҙ телебеҙ менән бер яҙмышлы,

Беҙ телебеҙ менән берәүбеҙ!




УРАЛ РУХЫ


Был мин – Урал!

Бына, мин теремен!

Тауыш бирәм сал быуаттар аша.

Йә, кемегеҙ бөгөн майҙан тотоп,

Тарих яҙа?

Йәки көс һынаша?

Йә, кемегеҙ үҙе ҡылғандарҙы

Мәңгелектең һала бизмәненә?

Майҙан йыям!

Һүҙең хаҡтан икән,

Әйтелгәне ҡиммәт үҙ мәлендә.

Әйтер һүҙең, Ерҙе дер һелкетеп,

Уятырлыҡ булһын йоҡоһонан.

Ҡатил тертләп китһен, теҙҙәр сүкһен,

Һин бит әле Урал тоҡомонан!

Күргәндәрең менән кисергәнең

Һыйыр микән тарих үлсәменә?

Был ер – һиңә майҙан ғына түгел,

Ер хәтере менән күсәре лә.

Йә, кемегеҙ бөгөн ҡылысһыҙ ҙа

Ҡәһҡәһәләр яуын кире ҡаға?

Урал булып, бөгөн күҙегеҙгә

Ҡанығыҙҙа тирткән Рухым баға.




ҮҘ ИЛЕМДӘ – ҮҘ ТЕЛЕМДӘ


Телкәйебеҙ ярҙам һорай,

Һаҡлайыҡ телебеҙҙе.

Телде һаҡлау - илде һаҡлау,

Һаҡлайыҡ илебеҙҙе.

Башҡорт йырҙарын йырлайыҡ,

Көйләйек башҡорт көйөн.

Тел йәшәһә, ил йәшәй тип,

Һөйөн, башҡортом, һөйөн.

Күңелеңдең ынйыларын

Үҙ милләтеңә өләш.

Үҙ илеңдә үҙ телеңдә

Һөйләш, башҡортом, һөйләш.

Телебеҙгә, еребеҙгә

Килмәһен бәлә-ҡаза.

Телһеҙ ҡалыу - илһеҙ ҡалыу,

Юҡтыр шунан ҙур яза.

Күкрәгеңдә уйнайҙыр бит,

Ҡайнайҙыр башҡорт ҡаны.

Үҙ илеңдең ҡоло булма,

Үҙ илеңдең бул ханы.




ТЕГЕ САҠТА...


Бир ҡулыңды!..

Әйҙә, етәклә лә

Алып менсе мине тау башына.

Теге саҡта

Барып сыҡҡайныҡ бит

Ер дәүмәле ҡояш ҡаршыһына.

Һин күрмәмеш булдың,

Йәнәһе лә,

Йәшерәһең көндән хистәреңде.

Шул ваҡытта

Тотҡан булһаң уны,

Һыуындырмаҫ инең хистәреңде.

Теге саҡта...

Эйе, теге саҡта,

Ҡояш кеүек инек икебеҙ ҙә.

Теге саҡта,

Эйе, теге саҡта...

Бер үк Күк ине лә икебеҙгә.

Етәкләшәйек тә,

Ҡояш юллап,

Тау артылайыҡсы берәй көндө.

Теге саҡта,

Эйе, теге саҡта,

Их, үҙебеҙ менән алмағанбыҙ

Ҡояш ҡосаҡлатҡан ғәжәп төндө...



Читайте нас: