Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2017, 02:00

Беҙ биксәндәр бит әле!

Башҡортостандан сығып, Себер тарафтарында эшләп йөрөүсе, шунда төпләнеп гөрләтеп йәшәүсе яҡташтарыбыҙ байтаҡ.

Башҡортостандан сығып, Себер тарафтарында эшләп йөрөүсе, шунда төпләнеп гөрләтеп йәшәүсе яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Зөлфиә һәм Алик Иҫәновтар, сығышы менән районыбыҙҙың Биксән ауылынан. Күпләп ҡаҙ аҫырайҙар, ҡуяндары ла байтаҡ. Күркәләр, тауыҡтар, хатта ҡыр өйрәктәре лә тоталар. Бынан тыш зааненск тоҡомло 7-8 кәзәләре бар. Хас ауылдағыса инде бына!
Хужабикә Зөлфиә Әмир ҡыҙы һүҙен үҙенең ире, йорт хужаһы Алик Нурғәле улын маҡтауҙан башланы. Йәштән яратышып өйләнешкән улар.
- Иремдән уңдым, - тине ул. - Һис кенә лә эшһеҙ ултырмай, белмәгән һөнәре юҡ. Шулай булмаһа, сит-яҡ тарафтарға күсеп килеп, буш ергә бер йыл эсендә ике ҡатлы йорт һалып инә алмаҫ инек. Иртүк сәғәт биштә тороп малдарҙы ҡарай. Әле яңыраҡ ветеринарҙың прививканы дөрөҫ яһамауы арҡаһында бер бәрәсебеҙ зыянланы. Ирем төндәрен йоҡламай, ҡарап, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙы.
Ошо көндәрҙә Иҫәновтарҙың ҡыҙҙары Лиана ла ялға ҡайтҡан икән. Лиана милләтебеҙ, телебеҙ өсөн яныуын йәшермәне. Архивтарҙа ҡаҙынып үҙҙәренең нәҫеленә ҡағылышлы бик күп мәғлүмәт йыйған, туғыҙ быуынына тиклем шәжәрәһен табып өйрәнгән. “Беҙҙең быуын Әхмәтзәки Вәлиди нәҫеленең тамырына барып тоташа”, - ти ул. Лианала Юрматы ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған баҫалҡылыҡ, ғорурлыҡ сағыла. Әсәһенең ябайлығы, наҙлылығы, атаһынан килгән егәрлелек сифаттарын да күрергә була. Шулай булмаһа, “Мисс офис Башҡортостана” конкурсында еңеү яуламаҫ ине.
Беҙ мал-тыуар, ҡош-ҡорттарҙы ҡарап йөрөгәндә йорт хужаһы Алик Нурғәле улы ла ҡайтып төштө. Машинаһынан төшөп, ихата ҡапҡаһын асып инеү менән, барлыҡ мал - кәзәһенән алып тауығына тиклем уның янына йүгерҙе, нисек, иҫән-һау ҡайттыңмы, йәнәһе! Мал йәнле булғас, малдары ла, ҡош-ҡорттары ла һағынып көткән күрәһең.
- Зөлфиә аш-һыуға оҫта, күрше-күлән менән дә йылы мөнәсәбәттә. Күрше тигәндән, мал-тыуар менән булышыр алдынан күршебеҙ Надежда менән кәңәшләштек. Сөнки ул да мал тота. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ. – ти Алик Нурғәле улы.
Быйыл яҙ, баҡсаларынан уңайлы ғына урынды һайлап, тупрағын ашлап, картуф ултыртып ҡарағандар. Матур итеп тәрбиәләп, ваҡытында утап, күмеп, һыуын да һипкәс – картуфтары хәтәр ныҡ уңған! Киләһе йыл тағы ла ултыртасаҡбыҙ, ти Иҫәновтар.
Тағы шуныһы, бында Алыҫ Себерҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында кәрлә ҡайындар менән шыршыларҙан башҡа ағас юҡ. Аптырап тормай Алик, тыуған яҡтарынан бер-нисә төп имән, балан ағастары үҫентеләрен килтерә лә үҙҙәренең йорто янына ултырта. Үҫеп китәме, йәнәһе! Үҫеп нығыныу ғына түгел, имәненән мунсаһына миндек әҙерләй, баланынан тәмле итеп бәлеш бешерә Иҫәновтар.
Тәүҙәрәк ҡош-ҡорт, ваҡ малдарҙы үҙҙәре өсөн генә үрсетә башлаһалар ҙа, һуңғараҡ мул ғына табыш та ала башлайҙар. Шифалы кәзә һөтөн дә өйҙәренән үк килеп һатып алалар. Бынан тыш, Алик Нурғәле улы киләһе йыл башынан ике страус алып аҫрай башлаясағын әйтте. Дөйәғоштар өсөн хужа урынды ла алдан хәстәрләп ҡуйған. Тыуған яҡтарынан ситтә йәшәһәләр ҙә, ауылдағыса гөрләтеп донъя көтә Иҫәновтар. Хеҙмәтегеҙҙән йәм табып, башҡаларға өлгө булып йәшәгеҙ тигән теләктә ҡалайыҡ.

Фото: Иҫәновтарҙың ғаилә архивынан.
Читайте нас: