Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2017, 02:00

Уларҙы уртаҡ хеҙмәт берләштерә

10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө


Бөгөн – Рәсәй полицияһы көнө. Ошо уңайҙан йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса еңел булмаған хеҙмәтте үтәгән кешеләр хаҡында һөйләмәксебеҙ.


Зарт, миңә табан!


Ленин проспекты һәм Стахановсылар урамдары киҫелешендәге торлаҡ районды полиция хеҙмәткәрҙәре ҡамап алған көндө күп кенә ишембайҙар хәтерләйҙер. Ә ҡалала был мәл йорттарҙың береһендә шартлатҡыс ҡоролма табылыуы тураһында хәүефле имеш-мимештәр йөрөнө. Бәхеткә күрә, бомба табылманы. Ул ваҡытта ошо ваҡиға уртаһында булып, хәүефтең көсөн асыҡлаусылар араһында кинолог-полицейский Рифат Сафин һәм уның тоғро эте немец овчаркаһы ла бар ине.


- Зарт шартлатҡыс матдәләрҙе эҙләү буйынса махсуслаша, - ти өлкән сержант. – Эт аҡыллы, яҡшы әҙерлекле.


Рифат дүрт аяҡлы ярҙамсыһының һынатмаҫына ышана. Ләкин кинологтар әйтеүенсә, хатта иң яҡшы эт тә эштең ни бары 20 процентын ғына үтәй ала. Ҡалған 80 процентын уның хужаһы эшләргә тейеш.


Яңы Әптек ауылы егетендә полицейский, бигерәк тә кинолог булыу хыялы булмай ҙа. Әлбиттә, ул эттәрҙе бала саҡтан ярата, үҙенеке лә була. Ләкин дүрт аяҡлы дуҫ менән һөнәри эшләргә тура килер тип уйламай. Армияға тиклем автослесарь һөнәрен үҙләштереп, эске ғәскәрҙәр сафында хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Эске эштәр министрлығы бүлегенә эш эҙләп килә. Һәм яңылышмай. Водитель булып эшкә урынлаша. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәш белгескә кинолог булырға тәҡдим итәләр. Һәм яңы урында ул үҙен тапҡанын аңлай.


- Эшем бик оҡшай, дүрт аяҡлы дуҫымды күрергә хатта ял көндәрендә өс йәшлек ҡыҙым менән киләбеҙ. Улар Зарт менән һәйбәт дуҫтар. Улым да ҙурайһа, әле уға һигеҙ генә ай, уны ла мотлаҡ үҙебеҙ менән аласаҡбыҙ, - ти кинолог.


Рифат Сафин бөгөн Өфө юридик институтының икенсе курсында ситтән тороп уҡый. Хыялы – полиция офицеры булыу.


- Ә эттәр менән инде бер ҡасан да айырылмам. Зарт “пенсияға” сыҡһа, уны үҙ ғаиләмә алам. Ул ваҡытҡа үҙебеҙҙең дә өйөбөҙ булыр, тип ышанам. Ҡала ситендә беҙгә ер участкаһы бүлделәр инде... – ти ул.




(Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 89-90-сы һанында (10.11.2017) уҡығыҙ)
Читайте нас: