Автотранспорт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары алдынан “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәттәрен файҙаланыусы ишембайҙар өсөн өмөтлө яңылыҡ барлыҡҡа килде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, редакцияға ла, урындағы власть органдарына ла һуңғы айҙарҙа ишембайҙар был предприятие тарафынан пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуға ҡәнәғәтһеҙлек белдереп йыш ҡына мөрәжәғәт итте. Һәм бына ошо көндәрҙә беҙҙең ҡалала “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Рәзим Махиянов булып, муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин менән осрашты. Улар барлыҡ әһәмиәтле мәсьәләләрҙе ҡараны, артабанғы саралар планын билдәләне.
Рәзим Заһит улы “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһының яңы директоры Азат Ғәлиев менән таныштырҙы, ул был вазифаға ошо аҙнала тәғәйенләнгән. Шуны хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тап күрше ҡаланың автотранспорт предприятиеһы беҙҙең муниципаль районда ҡала һәм ҡала яны маршруттары буйынса пассажирҙар ташыуҙы алып бара.
- Иң беренсе беҙгә кадрҙар буйынса һорауҙы хәл итергә кәрәк. Сөнки Ишембай маршруттарында эшләгән күп кенә водителдәр коммерция ойошмаларына күсте, - тине Рәзим Махиянов. - Ошо маҡсатта кадрҙарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ хеҙмәт хаҡын күтәрергә уйлайбыҙ.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы етәкселеге алдында автобустарҙы сифатлы запас частар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә киҫкен тора. Эш шунда, элек запас частәрҙең 85 процентын тиерлек, күпселек Ҡытайҙа етештерелгәндәрен, түбән сифатлы булыуҙары арҡаһында кире ҡайтарырға тура килә. Был ремонт сифатында һәм маршрутҡа сығыусы автобустар һанында ла сағылыш тапмай ҡалмай. Хәҙер, “Башавтотранс” етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, хәл контролгә алынған.
Әленән үк шуны әйтергә мөмкин, хәҙер яғыулыҡмайлау материалдары яғынан ауырлыҡ тыумаясаҡ. Һәм, әлбиттә, кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән төп проблемаларҙың береһе булып автобустар паркын яңыртыу ҡала.
- Был һорауҙы юғарыраҡ кимәлдә хәл итергә тура килер. Беҙ көрсөктән сығыу планын төҙөнөк, ул Республика Хөкүмәтенә йүнәлтеләсәк, - тип билдәләне Рәзим Махиянов. - Ведомство-ара комиссия яҡын көндәрҙә үк был мәсьәләләрҙе ҡарап, беҙҙең бөтә филиалдарҙың, шул иҫәптән Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһының да эшен көйләргә ярҙам итерҙәй ҡарар ҡабул итеүҙәренә ышанабыҙ.
Шул уҡ ваҡытта “Башавтотранспорт” дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе муниципаль район башлығынан кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны. Ҡаланы алыҫ ауылдар менән тоташтырыусы маршруттарҙа ошо ауылда йәшәүсе кешеләрҙең водитель булып эшләүе отошло булыуын билдәләне. Марат Ғайсин был тәҡдимдең ауыл хакимиәте башлыҡтарына еткереләсәге хаҡында әйтте.
- Барлыҡ күрелгән саралар һеҙгә пассажирҙарҙы ташыуҙы сифатлыраҡ итеп ойошторорға ярҙам итер, - тип йомғаҡланы осрашыуҙы Марат Хөсәйен улы. – Беҙ алдан төҙөлгән килешеүҙәрҙең шарттарын тулыһынса үтәрбеҙ, кәрәкле ярҙамды күрһәтербеҙ, ләкин пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәт күрһәтеү һорауҙарын элеккесә контролдә тотасаҡбыҙ.