- Фестиваль һәр яҡтан шәхси үҫеш мөмкинлектәре асты, сит телдәр факультеты студенты булараҡ башҡа илдәрҙән йәштәр менән аралашыу күп нәмә бирҙе. Илебеҙҙең ҙур сәйәсмәндәре, билдәле яҙыусылар, актерҙар, эшҡыуарҙар менән осрашыу, мәҙәни программа, күргәҙмәләр – быларҙың береһен дә оноторлоҡ түгел, - ти Алена.