Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2017, 02:00

Изгелек ҡыл

Август айынан Ишембай ойоҡбаш фабрикаһының фирма магазинында “Изгелек ҡылырға ваҡыт” исеме аҫтында мәрхәмәтлек акцияһы иғлан ителгәйне.

Август айынан Ишембай ойоҡбаш фабрикаһының фирма магазинында “Изгелек ҡылырға ваҡыт” исеме аҫтында мәрхәмәтлек акцияһы иғлан ителгәйне.


Теләге булған һәр кем магазиндан ойоҡбаштар һатып алып, Петровск балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә тапшырыу өсөн тупланған кәрзингә һала ала ине. Йыйылған ойоҡбаштар ай һайын балалар йортона тапшырыла килде. Предприятие етәкселеге был сарала ҡала йәштәренең әүҙем ҡатнашыуын билдәләй. Мәҫәлән, Ишембай нефть колледжы студенттары күмәкләп йыйған аҡсаларын ошо маҡсатҡа йүнәлткән. Акция әле лә дауам итә. Совет урамы, 85 адресы буйынса урынлашҡан фабрика магазинына юлланыусы һәр кем был изге эшкә ҡушыла ала.
Читайте нас: