Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2017, 02:00

Мәктәп водителе

29 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө

29 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө


…Һалҡын көндәр торған мәл ине. Өшөй-өшөй мәктәпкә йүгерәм. Өй менән белем усағы араһын йыраҡ тип әйтеп булмай, әммә “һыуыҡ ағай” барыбер кәрәкте бирә генә. Ҡасан барып етәм инде, тип уйлап килгән мәлдә арттан машина тауышы ҡыуып етте. “Әйҙә ултыр, ҡустым”, - тип ҡысҡырҙы шул саҡ мәктәп автобусы шоферы Дәриғәт ағай. Әллә йылы салонға ингәндән, әллә шоферҙың иғтибарлығынан өшөүем тамам юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.


Был ваҡиғаға инде егерме йыл булып киләлер. Ләкин ҙур мәғәнәгә эйә булған ошо бәләкәй генә күренеш һаман иҫтән сыҡмай. Әйткәндәй, Дәриғәт Мөхәмәтшин Әрмет урта мәктәбе уҡыусыларын һаман да йөрөтә, юлда осрағандарҙы ла күрмәмешкә һалышып үтеп китмәй.
Ысынлап та, мәктәп автобусы шоферҙары иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Салон тулы балаларҙы туҡталыштан мәктәпкә хәүефһеҙ алып барып еткерергә кәрәк. Был йәһәттән, әлбиттә, шоферҙың үҙенән күп нәмә тора: кешенең күңеле ниндәй, ҡылығы ла шулай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, юлда осрағандарҙы ҡайғыртыу түгел, салонда барған балаларҙы ла уйлап бирмәгәндәр бар. Эскән килеш рейсҡа сыҡҡан мәктәп автобусы шоферҙарын аҙ беләбеҙме ни? Тейешле булмаған урында төшөрөп ҡалдырыусылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шундай шоферҙарға ауылдашымдан өлгө алырға саҡырыр инем.
Эйе, яуаплы һәм иғтибарлы Дәриғәт ағай. Шуға үҙен дә балалар ярата, мәктәпте күптән тамамлаусылар ҙа онотмай.
- Таныһалар, һәр саҡ “сәләм ҡысҡыртып”, юл биреп китәләр, - ти ул йылмайып. Ошо хөрмәт түгелме ни?
- Һин – иңенә яуаплылыҡтың иң ҙуры ятҡан шофер, - тип танауын күтәрәм ауылдашымдың. Тик утыҙ йылға яҡын автобус йөрөтөүсе Дәриғәт ағай был фекерем менән килешеп етмәй:
- Юлда, кем булыуыңа ҡарамаҫтан – йәйәүлеме һин, руль артындамы, ҡиммәтле сит ил машинаһында йөрөйһөңме, әллә иҫкергән “жигули”ҙа еләһеңме, шул уҡ ваҡытта кеше алып бараһыңмы, бүрәнә ташыйһыңмы – хәүефһеҙлек, иғтибарлылыҡ бурысы ба- рыбыҙға ла берҙәй. Еңел машинала китеп барһаң да, ҡаршыңа балалар тулы автобус осрауы бар бит, ә бер салонда нисәмә ғүмер. Шуға профессиональ водителдәр ҙә, автоһәүәҫкәрҙәр ҙә үҙен генә ҡайғыртмай, дөйөм хәүефһеҙлек хаҡында ла уйланһын ине, осраған йәйәүлеләрҙе лә онотмаһын, - ти ул был йәһәттән. Хаҡ бит Дәриғәт ағай?

Фото: автор.
Читайте нас: