Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 02:00

Һәйкәл асты ғүмәрҙәр

Халыҡ берҙәмлеге менән ауылда яугирҙар иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Халыҡ берҙәмлеге менән ауылда яугирҙар иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.


Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғүмәр ауылынан барыһы 153 ир-уҙаман яуға китә. Шуларҙың 78-е яу яландарында ятып ҡала, ә иҫән ҡайтҡан 75-е барлыҡ көсөн колхозды күтәреү өсөн һала, балалар үҫтерә. Ошо фашистик Германия тарафынан илебеҙгә төшкән афәттә Тыуған иле өсөн йәнен биргән һәм батырҙарса көрәшеп еңеү яулаған ауылдаштары иҫтәлегенә һәйкәл асты ғүмәрҙәр. 9 май көндө Алмалы ауылында ошондай һәйкәл асылған ваҡытта, Ғүмәрҙә лә яңы һәйкәл булһа яҡшы булыр ине, тигән теләгебеҙҙе депутатыбыҙ Наил Мәҡсүтовтың ауыл биләмәһе етәкселегенә еткереүе был изге эштең тормошҡа ашырылыуына беренсе аҙым булды. Хакимиәт тарафынан йөҙ мең һум аҡса күсерелгәс, эштәр башланып китте. Мәсеттә хәйергә төшкән аҡсаның 35 мең һумы ла был изге эшкә юлланды. Ауыл Советынан цемент, буяуҙар бүленде. Бер төркөм ир-егеттәр плиталар табып килтереү мөмкинселеген тапты, фундамент һалды. Бер кем дә ваҡыттары менән иҫәпләшмәй эште ихлас башҡарҙы.


15 октябрҙә халыҡ күтәренке кәйеф менән һәйкәлде асыу тантанаһына йыйылды. Һәйкәлде асып, Ҡөрьән аяттары уҡылғандан һуң, яу яландарында ятып ҡалған һәм ауылыбыҙға әйләнеп ҡайтып та бөгөнгө сарала ҡатнаша алмаған ауылдаштарыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Тантана йыр, бейеүҙәр, һуғыш темаһына арналған өҙөктәр ҡуйыу менән дауам итте. Ошо ҙур эште күмәк көс менән бергәләп башҡарып сығыусы берҙәм ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас: