Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2017, 02:00

Быуат ғүмер һирәктәргә яҙған бәхет

Ошо көндәрҙә Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Восток ауылында йәшәүсе Пелагея Васильева ла түп-түңәрәк ғүмер байрамын ҡаршыланы.

Ошо көндәрҙә Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Восток ауылында йәшәүсе Пелагея Васильева ла түп-түңәрәк ғүмер байрамын ҡаршыланы.


Олоғайған көнөңдә йылы өйөңдөң түрендә, балаларыңдың ҡәҙер- хөрмәтен татып ултырырға насип итһен ул. Пелагея Николаевна, күрәһең, ошо иң ҙур бәхетте тормош дауамында изге ғәмәлдәре, асыҡ, эскерһеҙ күңеле менән яулаған - ғәзиздәренең изгелеген тойоп ғүмер итә әсә. Районыбыҙҙа күптән йәшәп килгән матур йола буйынса инәйҙе ҡотларға килеүселәр - муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл Шаһиева йорттағы был мөхитте тойоп, инәйҙең яҡындарына рәхмәт әйтте. - Пелагея Николаевна, һеҙҙең кеүек ололар ауырлыҡтарға бирешмәҫ, илем тип йәнен атҡан ныҡ быуын символы. Бөгөн һеҙҙе ошондай көр күңелдә, янығыҙҙа рәхмәтле балаларығыҙҙы күреп һөйөндөк, һаулыҡ, именлек һеҙгә, - тине Гүзәл Ғайса ҡыҙы инәйҙең хәтирәләрен уртаҡлашып. Район һәм урындағы хакимиәт бүләктәрен ихлас ҡабул иткән инәйҙең йөҙөндә ысындан да барыһына шөкөр итеп, тормошто яратып йәшәүе яҙылғайны. 100 йәшен ҡаршылаусы замандашыбыҙ бөгөн йорт-ҡураһы тирәләй сығып йөрөй, ҡош-ҡортон һанап теүәлләй, ә көтөп алған сериалы “Тайны следствия” икән – Мария Швецованы ихтирам итәм, ти детективтар яратҡан инәй.


- Был тиклем дә йәшәргә уйламағайным да, шулай килеп сыҡты, - тине ул ихлас итеп. Ә ҡыҙы бер йырлауын һорағас, тыйнаҡ ҡына итеп туған телендә сыуаш йырын һуҙҙы. Йырҙың йөкмәткеһен бер ни тиклем аңлауыбыҙҙы ишетеп, эй һөйөндө инәй. Әлеге көндә Пелагея Николаевна ҡыҙы Татьяна менән бергә йәшәй. Оло ғүмер байрамына Башҡортостандан ситтә йәшәүсе яҡындары, ейән- ейәнсәрҙәре ҡайтҡан. Республика Башлығының ҡотлауын, район хакимиәте башлығының изге теләктәрен дә инәйгә ейәнсәре үҙенә күрә бер ғорурлыҡ менән уҡып ишеттерҙе.


- Беҙҙе, 15 ейән-ейәнсәрен үҫтереште, хәҙер өс бүләсәре бар, барыбыҙҙы иҫләп, ҡайтырыбыҙҙы көтөп ултыра, - тине Полина әле генә йоҡоһонан уянған улын - өләсәйенә бүләһен яҡыныраҡ ултыртып. Стәрлетамаҡ районының Ҡуғанаҡ ауылында тыуып үҫкән Пелагеяға тормоштоң еңеле тура килмәй. Әсәһе берҙән- бер ҡыҙын тапҡанда тома һуҡырая.


- Күҙ йәштәренә йыуа- йыуа миңә бәхетле оҙон ғүмер теләр ине, - ти ул әсәһе хаҡында. - Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ат ҡараусы булдым, малдар тәрбиәләнем.


Атаһын да ул ошо һуғышта юғалта. Восток ауылына килен булып төшә, яраланып ҡайтҡан фронтовик Александр Никифоровичҡа - тол ҡалған дүрт бала атаһына тормошҡа сыға. Уртаҡ тағы дүрт балаға ғүмер бирәләр, ул-ҡыҙҙарын тырыш, илһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр. Янындағы ҡыҙы пенсия йәшендә булһа ла “Интернационал” хужалығында тырыша.


- Эштән ҡайтыуыма әсәйҙең ҡаршы алыуы, бергә ултырып сәй эсеү, һаман да һәр беребеҙҙе ҡайғыртып, хәстәрләп тороуы - быны мин иң ҙур бәхет тип һанайым. Хәҙер тиҫтерҙәре ауылда ҡалманы, 80-85 йәшлектәр ҙә һирәк, - тип уртаҡлашты ул.


Эйе, ололар ҡәҙерен ваҡытында аңлап, уларҙың әйтер һүҙен ишетеп ҡалырға кәрәк. Пелагия Васильева кеүек инәйҙәребеҙ быны тағы бер тәрән тойорға ярҙам итә.


Фото: автор.
Читайте нас: