Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2017, 02:00

Ҡотлайбыҙ!

Оҙаҡ йылдар һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн муниципаль райондың бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Улар араһында функциональ диагностика бүлексәһе табибы Гүзәл Шмелева, клиника-диагностика лабораторияһы мөдире Валентина Казаретина, психоневрология диспансеры бүлексәһе мөдире Наил Фәйзуллин, 1-се поликлиниканың табип-терапевты Рима Рәхимова, 2-се поликлиниканың табип-неврологы Фирҙәүес Ишембаева ла бар (һулдан уңға). Шулай уҡ табип-педиатр Светлана Рогулина ла билдәләнде. Бөгөн Ишембай үҙәк район дауаханаһы бүлексәләрендә “Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән өс хеҙмәткәр эшләй, шулай уҡ 45 кеше “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеменә лайыҡ булған.
Фото: Наил РӘЖӘПОВ.
Читайте нас: