Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2017, 02:00

Берҙәм эш ырамлы

Уҙған шәмбе "Алаҡай" үҙидаралығы ағзалары ҙур өмәгә сыҡты.

Уҙған шәмбе "Алаҡай" үҙидаралығы ағзалары ҙур өмәгә сыҡты.


Бер төркөм ир-ат зыяратҡа иретеп-йәбештереп кәртә эшләне, икенсе төркөм клуб эшселәре менән бергә һыу үткәрергә траншея ҡаҙҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар балалар майҙансығында өйөүлө ятҡан ҡырсынташты уйын комплексы, эскәмйә, бәүелсәк, ҡапҡа алдына ташып таратты.


Иҫке балалар майҙансығын яңы ергә күсергәс, уның урынына Ғашиҡтар аллеяһын эшләргә ҡарар ителгәйне. Шәмбе өмәһенән алда бында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ТОС ағзалары йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Шулай уҡ йәш үҫентеләрҙе яңы балалар майҙансығына ла ултыртып сыҡтыҡ.
Читайте нас: