26 сентябрҙән Ишембайҙа йылытыу миҙгеле асылды.
Ошо көндө бөтә мәктәпкәсә белем биреү учреждение- ларында, бала табыу йор- тонда, ике балалар полик- линикаһында, Ишембай үҙәк район дауаханаһының педиатрия, терапия, хирур- гия, наркология, тире-ве- нерологик бүлектәрендә лә йылы ебәрелде. Арта- бан мәктәптәрҙә, инфек- ция һәм психоневрология диспансерҙарында ла йылы- лыҡ тоташтырылды.
Күп ҡатлы йорттарға килгәндә әгәр уртаса тәүлек температура биш тәүлек да- уамында +8 градустан юғары булмаһа йылы биреләсәк. Йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборҙары һәм селтәрҙәрҙе йыуҙырыу һәм пресслау ҡуйылған йорттарҙа быны иртәрәк эшләү мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн күп фатир- лы йорттарҙа йәшәүселәргә йыйылыш үткәреп, тейеш- ле ҡарар ҡабул итеп, про- токол төҙөп, уны идарасы компанияға тапшырырға кәрәк. Улар үҙ сиратын- да “БашРТС-Стәрлетамаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәм- ғиәтенең Ишембай фили- алынан ризалыҡ алырға тейештәр.
Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк, йортта йылылыҡ ни тиклем иртәрәк ебәрелһә, шул тиклем коммуналь хеҙмәт өсөн түләү ҙә күберәк буласаҡ.