Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2017, 02:00

Йәштәр өмәгә сыҡты

“Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған ”Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә Ишембайҙа күләмле эштәр алып барыла. Ленин проспекты башында Ағиҙел йылғаһы буйына төшкән майҙанды төҙөкләндереү эштәренең тамамланыуын да ишембайҙар түҙемһеҙлек менән көтә.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған ”Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә Ишембайҙа күләмле эштәр алып барыла. Ленин проспекты башында Ағиҙел йылғаһы буйына төшкән майҙанды төҙөкләндереү эштәренең тамамланыуын да ишембайҙар түҙемһеҙлек менән көтә.
Үткән аҙнала ҡала йәштәре ошо майҙанды төҙөкләү, сүп-сарҙан та- ҙартыу маҡсатында өмәгә сыҡты. Был саралар “Таҙа яр” акцияһы сиктәрендә башҡарылды.
Өфө авиация-техник университетының Ишембай филиалынан - 20, Ишембай нефть колледжынан 50 студент күмәкләп тотонғас, эш тә күҙгә күренеп кәмене.
- Яр буйына табан халыҡҡа ял итеү өсөн матур урын булдырыла. Ишембайҙар өсөн был ҙур ваҡиға. Шуға ла беҙ ҙә үҙебеҙҙең өлөштө индерергә булдыҡ.Тырмалар, көрәктәр менән ерҙе тигеҙләйбеҙ, сүп-сарҙы йыябыҙ, - тип һөйләне Йәштәр эштәре буйынса комитеттан әйҙәүсе белгес Александр Кочетов.
Экологик өмәгә Ишембай һөнәрселек колледжы студенттары ла ҡушылды. Улар Флот тыҡырығындағы рөхсәтһеҙ сүплекте та- ҙартыуҙа ҡатнашты. Өмәгә 25-ләп студент йәлеп ителде. Әйткәндәй, ҡаланы, йылға буйҙарын таҙартыу сараларында йәштәребеҙ яҙлы-көҙлө шулай дәррәү ҡатнаша.
Йәшәгән төйәгебеҙҙе йыйыштырабыҙ, таҙартабыҙ икән, был матурлыҡты үҙебеҙ өсөн булдырабыҙ. Ошо көндәрҙә урындағы Совет депуттары, муниципаль район һәм ҡала биләмәһе хакимиәте коллективтары, “Йәш гвардия” активистары ла ҡалабыҙҙы төҙөкләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Өмәлә ҡатнашыусылар көсө менән Ленин проспекты, 2 һәм шәхси йорттар араһына 50 төп йүкә ағастары ултыртылды. Ағиҙел ярҙары сүп-сарҙан, ҡороған ботаҡтарҙан таҙартылды. Аллеяны һәм яр буйына төшкән юлды төҙөкләү буйынса төп эштәрҙе Республика көнөнә тиклем башҡарып ҡуйыу маҡсат итеп ҡуйылған.
Автор фотоһы.
Читайте нас: