1 октябрь – Оло йәштәгеләр көнө
Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан 67 йыл бергә ғүмер итеүсе Рәйфә менән Ғәҙелгәрәй Ибраһимовтарҙы бер-береһе менән тап эш осраштыра. Яр-Бишҡаҙаҡ ауылының тракторсы егете Ғәҙелгәрәй Ҡарайғанға бара. Шунда ул баҫыуҙа эшләп йөрөгән йәш, һылыу Рәйфәне күреп ҡала. “Сибәр ҡыҙ шунда уҡ күңелемә оҡшаны”, - ти ул. Тәүҙә ситтән күҙәтеп, ҡарап йөрөһә, аҙаҡ Рәйфәнең күңеленә юл таба.
ЗАГС-ҡа барырға аяҡ кейеме булмай
Һуғыштан һуңғы ауыр йыл- дар ҙа михнәтте күп күрһәтә. Рәйфә апайҙың тәүҙә атаһы, 18 йәшендә әсәһе үлеп китә. Ғәҙелгәрәйҙең ышаныслы ғаилә башлығы булы- рын ҡыҙҙың йөрәге дөрөҫ тоя. Тиҙҙән ул кейәүгә сыға. Ләкин йәштәргә шул йылда уҡ ЗАГС-лашырға тура килмәй.
- 4 ноябрҙә ЗАГС-ҡа барырбыҙ, тип уйлашҡайныҡ, ҡар яуып, туңдырып көн һыуытты ла китте. Ә минең аяҡҡа кейергә йылы әйбер юҡ. Алып барырға кырандаслы ат та килеп туҡтаны, ЗАГС-ҡа галуш кейеп барып булмай бит инде. Шулай итеп ул көндө бармай ҡалдыҡ. Бары тик ҡыҙыбыҙ тыуғас ҡына, Урман-Бишҡаҙаҡҡа ауыл Советына йәйәүләп яҙылышырға киттек. Барып еткәс, мин керергә оялып соланда ҡалдым, Ғәҙелгәрәй инеп китте, - тип һөйләне Рәйфә апай йәшлек йылдарын хәтерләп.
Тәүҙә ҡәйнә йортонда йәшәйҙәр, аҙаҡ үҙҙәре айырым сыға. Ҡәйнәһен дә тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды ул.
Ғәҙелгәрәй ағайға ла тормош бала саҡтан нужаны күп күрһәтә. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға 10 йәш була. Үҙе егеп йөрөгән колхоз атын улына тоттороп: “Минең урынға эшләрһең”, - тип яуға китә. Ләкин ҡабат тыуған ауылына ҡайтырға насип булмай уға. Балалыҡтан да сығып бөтмәгән Ғәҙелгәрәй байтаҡ тиҫтерҙәре кеүек эшкә бик иртә егелә. Аслыҡ- яланғаслыҡ үҙәккә үтә.
- Бер саҡ иптәш малайҙар менән көҙҙән ҡалған серек бәрәңге йыйырға баҫыуға киттек. Йырын аша һалынған баҫма аша үткәндә күп итеп ағып ятҡан урман һыуына ҡолап төштөм, саҡ сығып ҡотолдом, - тип һөйләй хеҙмәт ветераны ул ауыр йылдарҙы. Рәйфә апай ҙа уға ҡушыла:
- Колхоз эшенә кесерткән ашы бешереп ашап сығып китә инек. 17 йәштәрҙә ат бирҙеләр, егә лә белмәй инем. Ат менән комбайндан иген ташыным, - тине ул ауыр осорҙо хәтерләп.
“Атайымды һағындым, нишләп ҡайтмай ул?”
Бергә булғанда ауырлыҡтар ҙа еңеләйгән һымаҡ. Рәйфә апай менән Ғәҙелгәрәй ағай ҙа бер-береһенә терәк- таяныс булып йәшәйҙәр. Бары тик хеҙмәт аша ғына яҡшы тормошҡа өлгәшеп булғанын да аңлай улар.
- Эшләнек тә эшләнек, хатта әрләшергә лә ваҡытыбыҙ булманы, татыу йәшәнек, Аллаға шөкөр, - ти Рәйфә Минебай ҡыҙы. Бер-бер артлы биш балалары тыуа. Эшкә егәрле ғаилә башлығы кол- хоз эшенән ҡайтып та инмәй тиерлек. Яҙҙан сәсеү, аҙаҡ бесән етә, уның артынан ураҡ эштәре башлана. Баҫыуҙан төнгө 12-ләрҙә ҡайтһа, таң менән 7-лә тағы ла эшкә ҡуҙғала. Рәйфә апай шул йылдарҙағы бер ҡыҙыҡлы ваҡиғаны ла иҫкә алды:
- Аталары эштән ҡайтып ингәндә балалар йоҡларға ятҡан булһа, иртәнсәк сығып киткәндә әле уянып өлгөрмәйҙәр. Бер көн иртәнсәк бәләкәй ҡыҙым, ул ваҡытта уға дүрт йәш кенә ине, илап ултыра “Атайымды һағындым, атайым нишләп ҡайтмай ул?”, - ти. Аталарының шулай ал-ял белмәй эшләгәнен ул ваҡытта балаға аңлатып та булмай шул. Ә өйҙәге мәшәҡәттәр Рәйфә апайҙың иңенә төшә.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 78-се һанында (29.09.2017) уҡығыҙ.