Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2017, 02:00

Оло йәштәгеләр көнө етеп килә

29 сентябрҙә 10.00 сәғәттә Мәҙәниәт һарайында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған тантаналы сара уҙғарыла.

29 сентябрҙә 10.00 сәғәттә Мәҙәниәт һарайында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған тантаналы сара уҙғарыла.


Фойела оло йәштәгеләр өсөн Ишембай районы хакимиәтенең, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙың белгестәре консультация үткәрәсәк. Шулай уҡ уларға бушлай ҡайһы бер медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк, сәй эсеү, шашка, шахмат һәм дартс буйынса турнирҙар ойоштороласаҡ. Был көндө «Торатау» һәм «Восход» гәзиттәренә лә ташламалы хаҡ менән яҙылырға мөмкин буласаҡ. Сәғәт 11-ҙә Мәҙәниәт һарайының залында байрам сараһы башланасаҡ. Оло йәштәгеләр, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары өсөн үҙешмәкәр художество коллективтары сығыш яһаясаҡ.


1 октябрҙә һәр ваҡыттағыса бөҙрәханаларҙа сәс киҫеүгә льготалар ҡаралған: “Кристина”(Ленин проспекты,2), “Ләйсән” (Совет урамы, 90), “Глория” (Ленин проспекты, 29) 50 процент ташлама яһаясаҡ. Ишембай һөнәрселек колледжы (Геология урамы, 60) ябай сәс киҫеүҙе ветерандар өсөн бушлай башҡарасаҡ. (29 сентябрҙә 09.00 -15.00 сәғәттәрҙә). 29-30 сентябрҙә, 2 октябрҙә “Рембыттехника” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Ленин проспекты, 2) 10 процент ташлама менән сәғәттәрҙе төҙөкләйәсәк. 1-се мунсала 30 сентябрҙә 08.00 сәғәттән алып 21.00 сәғәткә тиклем йыуыныу хаҡы 100 һум буласаҡ, ғәҙәти көндәрҙә ул 150 һум тәшкил итә.


29-30 сентябрҙә, 1 октябрҙә оло йәштәге граждандар бушлай картиналар галереяһын (Ленин проспекты, 20) һәм Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын (Ленин проспекты,16) ҡарай ала.


Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас: