Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2017, 01:47

Уртаҡ маҡсатыбыҙ – урмандарҙы һаҡлау, үҫтереү

Маҡар урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре республиканың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Маҡар ауылы эргәһендә урынлашҡан питомникта “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үҫентеләр ултыртты.

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын ғәҙәттәгесә күләмле эштәр менән ҡаршыланы.


Маҡар урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре республиканың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Маҡар ауылы эргәһендә урынлашҡан питомникта “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үҫентеләр ултыртты. Урман хужалығы министры урынбаҫары Салауат Бәхтийәров әйтеүенсә, быйыл 1 сентябрҙә старт алған был экологик акция республикабыҙҙа алтынсы йыл рәттән ойошторола. Былтырғы йылда ғына бөтә Рәсәй буйынса 25 миллион ағас ултыртылған, 25 тонна ағас орлоҡтары етештерелгән, бындай сарала бөтәһе бер миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.
- Быйыл да ошо акция һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы уңайынан министрлыҡтан 55 кеше ошо акцияла ҡатнашырға килдек. Төп маҡсатыбыҙ – тәбиғәт байлығы – урмандарыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү һәм халыҡта һаҡсыл ҡараш уятыу. Шуға күрә лә урман яҙмышына, тәбиғәтебеҙгә битараф булмаусыларҙы, ғөмүмән, бөтә республика халҡын парктарҙы, аллеяларҙы, скверҙарҙы, урман ситтәрен сүп-сарҙан таҙартырға, ағастар ултыртырға, акцияға дәррәү ҡушылырға саҡырабыҙ”, - тип белдерҙе Салауат Әнүш улы.
- 1996 йылдан эшләп килгән питомнигыбыҙҙа бөгөнгө көндә 20 төргә яҡын үҫенте, шул иҫәптән ылыҫлы, алма, груша ағастары, йәшелсәләр үҫә. Һуңғы йылдарҙа емеш-еләктәр ҙә ултырта башланыҡ. Ниәтебеҙ - уңыш менән урындағы халыҡты тәьмин итеү. Быйыл шулай уҡ тәүге тапҡыр ағас үҫтереү өлкәһендә теплица шарттарын һынап ҡараныҡ. Биш сутый ерҙә ҡарағай үҫентеләре көтөлгәндән ике тапҡырға күберәк үҫте. Сәселгән орлоҡтар 99 процент сыҡты. Бындай стандарт материалды асыҡ һауала үҫтерһәк, ике йыл көтөргә кәрәк булыр ине. Киләсәктә питомнигыбыҙҙа ассортиментты күбәйтергә иҫәп тотабыҙ, - тип таныштырҙы үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизов.
Бөгөнгө көндә Маҡар урман хужалығы питомнигы - республикала уңышлы эшләп килгән йөҙҙән ашыу питомниктарҙың иң ҙуры. Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә муниципаль районыбыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән был сарала урман хужалығы белгестәре тарафынан бер гектар ерҙә 2,2 мең төр үҫенте, шул иҫәптән, йүкә, айва ағастары, виктория еләктәре күсерелеп ултыртылды. Шулай уҡ үҫентеләр менән көҙгө профилактик эштәр ҙә башҡарылды. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙ-ара тәжрибәләре менән дә уртаҡлашты. Белгестәр әйтеүенсә, был үҫентеләр теүәл биш йылдан һуң республиканы йәшелләндереү өсөн төрлө тарафтарға оҙатыласаҡ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: