Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2017, 02:00

Тырыш хеҙмәт менән данлы улар

“Иҙел Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын матур һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Бөгөнгө көндә машиналар эшләү предприятеһы цехтарында эштең ҡайнап тороуы ла ошо хаҡта һөйләй.

24 сентябрь – Машина эшләүселәр көнө


“Иҙел Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын матур һөҙөмтәләр менән ҡаршылай.


Бөгөнгө көндә машиналар эшләү предприятеһы цехтарында эштең ҡайнап тороуы ла ошо хаҡта һөйләй.


Бындағы эш теүәллек, ҙур яуаплылыҡ талап итә. Хеҙмәткәрҙәр ҙә быны яҡшы аңлай. Үҙ эшенең оҫталарының береһе - металл конструкциялары цехынан 5-се разрядлы электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Мәлих Маликов. Тәжрибәле белгес йәштәрҙе лә һөнәр нескәлектәренә өйрәтә.


- Эшем дә оҡшай, коллективым да яҡшы. Хеҙмәттәштәремде байрам менән ҡотлап, барыһына ла һаулыҡ, етеш тормош, именлек теләйем, - тине Мәлих Сабир улы.


Әҙерләү цехынан бысҡыла киҫеүсе Дмитрий Павленко тураһында ла тик йылы һүҙҙәр ишеттек.


Үҙ эшенең мөһимлеген тойған бындай белгестәр предприятиены алға әйҙәүгә тос өлөш индерә лә инде.


“Иҙел Нефтемаш”тың эше киләсәктә лә тик алға барһын. Ҡалабыҙҙа ошондай көслө предприятие эшләүе ишембайҙар өсөн дә ғорурлыҡ.


Автор фотоһы.
Читайте нас: