Ниндәй шифалы үләндәр бар, уларҙы ҡуллана беләбеҙме - ошо турала Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгендә “Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре” тип исемләнгән кисә үтте.
- Дарыу үләндәренең һәр ҡайһыһы бер ауырыуға шифа, - тип һөйләне унда ҡатнашыусы апайҙар.
Улар үҙҙәренең белеп кенә ҡулланған шифалы үләндәре хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Мәҫәлән, Нәсимә Әминова мәтрүшкә һәм гөлйемештән яһалған төнәтмә йоҡоһоҙлоҡтан файҙа икәнлеген, меңъяпраҡтың һуғыш ваҡытында яралы һалдаттарҙың ҡанын туҡтатыусы һәм микробтарҙы юҡ итә торған бик көслө үҫемлек булыуы хаҡында әйтте. Фәүзиә Насырова дегәнәк орлоғон шеш сыҡҡанда (фурункул) ҡулланыу мөмкинлеге тураһында белдерҙе. Әлбиттә, теге йәки был дарыу үләндәрен ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәклеге тураһында ла оноторға ярамай.
Кисәлә Сәкинә Дәүләтшина һәм Нәсимә Әминованың үҫемлектәр тураһында яҙған шиғырҙары ла яңғыраны. Йомаҡтар си-сеү, мәҡәл-әйтемдәр әйтеү ҙә сараны байытты.
- Үләндәрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергә ярамай - шифаһы булмаясаҡ. Еләҫ ерҙә яҡшылап киптерелгән үләнде ныҡлап ябылған быяла һауыттарҙа, ҡоро, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк, - Зәүрә Фәттәхованың ошондай кәңәштәре лә бик урынлы булды.
Мәсрүрә Сафина утыҙ төр үлән ҡушып шифалы сәй эшләй икән. “Үлән сәйенең файҙаһы бик ҙур. Тик уны самаһыҙ ҡулланыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Бындай сәй, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу көсөнә эйә”, - ул. Шифалы үҫемлектәр тураһында әллә күпме яңы мәғлүмәттәр алып, фекер алышып,
Мәсрүрә апайҙың хуш еҫле шифалы сәйен эсеп күңелле ял итеп таралышты сарала ҡатнашыусылар.