Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2017, 01:56

Cентябрь бәләкәстәргә ҡыуаныстар алып килде

Икенсе йыл рәттән көҙҙөң беренсе айы районыбыҙ ауылдарында йәшәүсе кескәйҙәр һәм ололар өсөн ҡыуаныслы ваҡиғалар килтерҙе.

Икенсе йыл рәттән көҙҙөң беренсе айы районыбыҙ ауылдарында йәшәүсе кескәйҙәр һәм ололар өсөн ҡыуаныслы ваҡиғалар килтерҙе.


Ғүмәр ауылының күп йыллыҡ тарихында беренсе тапҡыр мәктәпкәсә төркөм асылды.


– Былтыр күмәк көс менән Бәрҙәшле ауылында ошондай төркөм булдырҙыҡ. Һәм бына бер йылдан һуң Ғүмәр ауылы кескәйҙәре һәм ата-әсәләре өсөн дә шундай уҡ ҡыуаныс кисерәбеҙ. Тимәк, йәштәр ауылда төпләнә, уларҙың балалары лайыҡлы мәктәпкәсә тәрбиә аласаҡ тигән һүҙ был, – ти Петровск ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Морозова.


Подрядсылар эштәрен намыҫлы башҡарған: уйнай, йоҡлай торған бүлмәләргә, тантаналар залына ҡарап күҙҙәр һөйөнә. Төҙөүселәр кескәйҙәргә картина ла бүләк иткән.


Бинаға капиталь ремонт эшләр өсөн муниципаль район бюджетынан бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, тағы ла 940 мең һумға яҡын аҡса – заманса ҡорамалдар, йыһаздар һәм башҡа әйберҙәр һатып алыуға тотонолған. Ғүмәрҙәрҙең шатлығын уртаҡлашып муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин был аҡсаларҙың иң ҡәҙерле кешеләребеҙ - балаларыбыҙ өсөн, киләсәгебеҙ өсөн ҡулланылыуын билдәләне.


– Был төркөмгә бер юлы өс балам йөрөйәсәк. Алты йәшлек Булат улым, бер йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарым Гөлназ менән Гөлшат мәктәпкәсә белемде тулы кимәлдә алырҙар, уларға бында күңелле һәм уңайлы булыр, тип ышанам. Үҙемә лә хужалыҡ менән шөғөлләнергә ваҡыт күберәк ҡаласаҡ, бәлки эш тә эҙләрмен, - тине Рәсимә Вәхитова.


Егерме бала тәрбиәләнәсәк мәктәпкәсә төркөм асылыу ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрам булды. Сараға йыйылған ауылдаштар араһында үҙҙәренең бүләктәре менән килеүселәр ҙә бар ине. Ғүмәр ауылы ветерандары ойошмаһын етәкләүсе Юрий Ниғмәтуллин бәләкәстәргә туптар бүләк итте. Ул ауыл тарихын да яҡшы белә.


– 100 йыл элек ошо ерҙә барлыҡҡа килгән мәктәп парталарынан фән кандидаттары, яҙыусылар, ижади интеллегенция вәкилдәре үҫеп сыҡты. Район хакимиәте ярҙамы менән беренсе тапҡыр асылған балалар баҡсаһына йөрөүселәр ҙә киләсәктә бәләкәй Ватаныбыҙҙың данын арттырырҙар, тип ышанабыҙ, - тине ул.


Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 74-се һанында (15.09.2017) уҡығыҙ.
Читайте нас: