Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2017, 01:21

Аҡсалар ҡаланы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк

Ишембай “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында икенсе урын яуланы һәм бер миллион 140 мең һум аҡса менән бүләкләнде.

Ишембай “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында икенсе урын яуланы һәм бер миллион 140 мең һум аҡса менән бүләкләнде.
Республика бюджетынан бүленгән был аҡсалар ҡаланы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Никитин әйтеүенсә, әле аҡсаларҙы файҙаланыуҙың ике варианты ҡарала. Беренсеһе – Пролетар, Чкалов урамдарында һәм 15-се мәктәп районындағы тротуарҙарҙы капиталь ремонтлау. Икенсеһе – 10-12 туҡталыш павильондарын алмаштырыу.
- Был һорау буйынса һуңғы ҡарар ҡабул ителгәс, торг уҙғарасаҡбыҙ һәм уның һөҙөмтәләре буйынса эштәрҙе башҡарыу өсөн подрядчик билдәләйәсәкбеҙ, - тине Сергей Александрович.
Читайте нас: